Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
12 Февраль 2025, 11:10

"Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары - 2025" конкурсына ғаризалар ҡабул ителә

Республикала "Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары - 2025" конкурсында ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул ителә башланы. Был - "Рәсәйҙең 100 иң яҡшы тауары" Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабы.

"Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары - 2025" конкурсына ғаризалар ҡабул ителә
"Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары - 2025" конкурсына ғаризалар ҡабул ителә

Конкурс түбәндәге номинациялар буйынса уҙғарыла:

- производство-техник тәғәйенләнештәге продукция;

- халыҡ өсөн сәнәғәт тауарҙары (халыҡ һәм художество кәсептәре изделиелары ла инә);

- аҙыҡ-түлек тауарҙары;

- производство-техник тәғәйенләнештәге хеҙмәттәр;

- халыҡ өсөн хеҙмәттәр.

Шулай уҡ конкурс сиктәрендә "Иң яҡшы сифат менеджменты системаһы" һәм "Сифат буйынса иң яҡшы менеджер" ярыштары үткәреләсәк.

Конкурс еңеүселәре "Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары" һәм "Рәсәйҙең 100 иң яҡшы тауары" логотиптарын файҙаланыу хоҡуғына эйә буласаҡ. Был уларҙың брендтарын танытырға һәм ҡулланыусыларҙың ышанысын нығытырға ярҙам итәсәк, тип яҙа "Республика Башкортостан" гәзите.

«Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары» конкурсында ҡатнашыу өсөн заявка һәм документтар комплекты 1 апрелгә тиклем А.М.Моратшин исемендәге Стандартлаштырыу, метрология һәм сертификация үҙәгенең мәғлүмәт бүлегендә ҡабул ителә. Адресы: Өфө ҡалаһы, Ибраһимов бульвары, 82, 7-се ҡат, 7-2-се бүлмә. Телефон (347) 272-87-77. Тулыраҡ мәғлүмәт - конкурсты ойоштороусы сайтында https://bashtest.ru/contests/.

Фото: Башҡортостандағы А.Моратшин исемендәге Стандартлаштырыу, метрология һәм сертификация үҙәгенән.

Автор: Айдар Нугаманов
Читайте нас