Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
11 Февраль 2025, 18:05

Башҡортостанда табиптарҙың эшен иң яҡшы яҡтыртыуға конкурс иғлан ителде

Республиканың һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзы Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм Журналистар союзы булышлығында киң мәғлүмәт саралары журналистары һәм блогерҙар араһында табиптарҙың һәм профсоюздың эшен иң яҡшы яҡтыртыуға конкурс иғлан итә.

Башҡортостанда табиптарҙың эшен иң яҡшы яҡтыртыуға конкурс иғлан ителде
Башҡортостанда табиптарҙың эшен иң яҡшы яҡтыртыуға конкурс иғлан ителде

Конкурс икенсе тапҡыр үткәрелә. Уның номинациялары: "Ашығыс ярҙам хеҙмәте эшен иң яҡшы яҡтыртыу", «Медиктар - МХО геройҙары" һәм "Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығы темаһын иң яҡшы яҡтыртыу".

Конкурс этаптары медициналағы һөнәри байрамдарға арналған. Материалдар киң мәғлүмәт сараларында 2025 йылдың 10 ғинуарынан 10 июненә тиклем баҫылып сығырға тейеш.

- Йәмғиәттә аҡ халатлыларға ҡарата ихтирамлы мөнәсәбәт тәрбиәләү, уларға әхлаҡи ярҙам күрһәтеү конкурстың төп маҡсаты булып тора. Медицина хеҙмәткәрҙәренә үҙҙәренә ярҙам итеүселәр - беҙҙең профсоюз ойошмаһы рәйестәре һәм уларҙың хеҙмәткәрҙәрҙең хеҙмәт хоҡуҡтарын яҡлау, коллективтарҙы туплау һәм корпоратив мәҙәниәтте формалаштырыу буйынса ғәйәт ҙур эше тураһында һөйләргә. Медиктар - ысынлап та беҙҙең заман геройҙары, ә медик-профактивистар - икеләтә геройҙар, сөнки был эште улар йәмәғәт башланғысында атҡара, - тип һөйләне Республика һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзы рәйесе Рауил Халфин "Республика Башкортостан" гәзитенә.

Конкурстың положениеһы ошо һылтанмала.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.

Автор: Айдар Нугаманов
Читайте нас