Конкурсты Башҡортостандың Юғары суды һәм республиканың Суд департаменты идаралығы булышлығында Судтарҙың төбәк советы ойоштора, тип хәбәр итә «Республика Башкортостан» гәзите.
Унда район (ҡала), республика һәм федераль киң мәғлүмәт саралары журналистары, баҫма киң мәғлүмәт саралары, теле- һәм радиокомпаниялар, мәғлүмәт агентлыҡтары коллективтары (редакциялары), шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы судтарының дәүләт граждан хеҙмәткәрҙәре ҡатнаша ала. Конкурс «Иң яҡшы мәҡәлә», «Иң яҡшы видеосюжет/радиоматериал», «БР суд системаһы эшмәкәрлеген әүҙем һәм профессиональ яҡтыртҡан өсөн» (киң мәғлүмәт саралары коллективтары араһында) номинацияларында, шулай уҡ «Иң яҡшы матбуғат секретары» - киң мәғлүмәт саралары менән үҙ-ара эш итеү өсөн яуап биргән суд аппараты хеҙмәткәрҙәре өсөн номинацияһы буйынса уҙғарыла. Еңеүселәргә дипломдар һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырыласаҡ.
Материалдар 2024 йылдың 1 ғинуарынан 31 декабренә тиклем Башҡортостан Республикаһының ике дәүләт телендә ҡабул ителә. Заявкаларҙы һәм конкурс материалдарын 2025 йылдың 31 ғинуарына тиклем Башҡортостан Республикаһы судтарының берләштерелгән матбуғат хеҙмәтенә ебәрергә мөмкин. Адресы: 450002, Өфө ҡалаһы, Пушкин урамы, 88/1 («Киң мәғлүмәт саралары конкурсына» («На конкурс СМИ») билдәһе менән). Электрон төрҙә баҫылған материалдарҙы pressvsrb@yandex.ru адресы буйынса ебәрергә мөмкин.
Фото: Рәсәйҙең Юғары судының «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге сәхифәһенән.