Конкурс 5 ноябрҙә башланды һәм ул ике номинация буйынса уҙғарыла:
- "Ғаиләм һалымды ваҡытында түләй" һүрәте;
- "Ни өсөн һалым түләү мөһим" темаһына инша.
Конкурста 7 йәштән 18 йәшкәсә балалар һәм уларҙың ата-әсәләре ҡатнаша ала. Эштәр 18-30 ноябрҙә мәктәп хакимиәттәре аша ҡабул ителә. Конкурсҡа йомғаҡ 2 декабрҙән 13 декабргә тиклем яһала.
Конкурстың төп маҡсаты - үҫеп килгән быуындың һәм уларҙың ата-әсәләренең иғтибарын һалым түләүҙең һәм бюджетты тулыландырыуҙың мөһимлегенә йәлеп итеү, һалым хоҡуғын тәрбиәләү.
"Минең ғаиләм һалымды ваҡытында түләй" конкурсы тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте мәктәп хакимиәтендә, шулай уҡ Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының ҡыҙыу линия телефоны: 7 (347) 215-10-70 (өҫтәмә номер 55-55) аша һәм һылтанма буйынса алырға мөмкин.