Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
5 Ноябрь , 20:21

Башҡортостанда "Халыҡ участковыйы – 2024" Бөтә Рәсәй конкурсы башланды

Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығынан Әбйәлил районының полиция участка уполномоченныйы Мансур Моратшин ҡатнаша.

Башҡортостанда "Халыҡ участковыйы – 2024" Бөтә Рәсәй конкурсы башланды
Башҡортостанда "Халыҡ участковыйы – 2024" Бөтә Рәсәй конкурсы башланды

Полиция өлкән лейтенанты Мансур Моратшин 2016 йылдан алып эске эштәр органдарында хеҙмәт итә. Участка уполномоченныйы булып дүрт йылдан ашыу эшләй. Уның участкаһында өс меңгә яҡын кеше иҫәпләнә. Моратшинға граждандар төрлө һорауҙар менән мөрәжәғәт итә. Йыл башынан алып ул 200-ҙән ашыу мөрәжәғәтте ҡараған. Моратшин Әбйәлил районының Михайловка ауылында йәшәй. Хәләл ефете менән ул тәрбиәләй. Эштән буш ваҡытта волейбол уйнарға ярата һәм самбо менән шөғөлләнә, ведомство ярыштарында ҡатнаша.

"Республика Башкортостан" гәзите хәбәр итеүенсә, 12 меңдән ашыу граждан Мансур Моратшин өсөн тауыш биргән дә инде. 10 ноябргә тиклем теләүселәр "Комсомольская правда" нәшриәт йорто порталында Рәсәй полицияһының иң яҡшы участка уполночмоченныйы исеменә кандидаттарҙың береһе өсөн тауыш бирә ала. "Бәйләнештә" йәки Яндекстағы аккаунтыңды файҙаланып, тауыш бирергә мөмкин. Бер IP-адрестан бер тапҡыр ғына тауыш бирергә мөмкин.

Бөгөн участковыйҙар хеҙмәтендә 47 меңдән ашыу хеҙмәткәр иҫәпләнә. Рәсәй субъекты вәкилдәренең береһе финал тауыш биреүҙә ҡатнаша. Улар – конкурстың территориаль һәм төбәк этаптарында еңеүселәр.

20 ноябрҙә Рәсәй Эске эштәр министрлығында бүләкләү һәм төп призды – "УАЗ Патриот" автомобилен тапшырыу тантанаһы үтә. Был сара барышында конкурс символы – күсмә бронза статуэтка Рәсәй Эске эштәр министрлығының "Халыҡ участковыйы" Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүсеһенә тапшырыласаҡ.

Фото: 02.мвд.рф.

Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас: