Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
29 Август , 14:57

Йәштәр араһында "Бергәләп коррупцияға ҡаршы!" социаль реклама халыҡ-ара конкурсы уҙғарыла

2024 йылда Рәсәй Федерацияһының Генераль прокуратураһы "Бергәләп коррупцияға ҡаршы!" коррупцияға ҡаршы социаль реклама халыҡ-ара йәштәр конкурсын ойошторҙо.

Йәштәр араһында "Бергәләп коррупцияға ҡаршы!" социаль реклама халыҡ-ара конкурсы уҙғарыла
Йәштәр араһында "Бергәләп коррупцияға ҡаршы!" социаль реклама халыҡ-ара конкурсы уҙғарыла

Конкурсҡа 14 йәштән 25 йәшкәсә йәштәр ҡатнашырға саҡырыла. Улар "Бергәләп коррупцияға ҡаршы!" темаһына конкурс эштәрен тәҡдим итә, унда үҙенең идеяларын һәм коррупцияға ҡаршы көрәш тураһында күҙаллауҙарын, шулай уҡ был йүнәлештә халыҡ-ара хеҙмәттәшлектең ролен һәм әһәмиәтен сағылдыра ала.

Конкурс өс номинация буйынса үткәрелә - "Иң яҡшы плакат", "Иң яҡшы һүрәт" һәм "Иң яҡшы видеоролик" (21 йәштән 15 йәшкә тиклем, 16-нан 20 йәшкә тиклем, 21-ҙән 25 йәшкә тиклем). Конкурс эштәре онлайн-форматта 2024 йылдың 1 октябренә тиклем ҡабул ителә.

Конкурсты үткәреү ҡағиҙәләре, ҡатнашыу шарттары һәм эштәрҙе баһалау критерийҙары конкурс сайтында урынлашҡан.

Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас: