Конкурстың форматы дистанциялы, маҡсаты - сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау. Унда 18-35 йәшлек рәсәйлеләр ҡатнаша ала, тип яҙа "Республика Башкортостан" гәзите. Бының өсөн 30 секундтан да кәм булмаған һәм 3 минуттан артмаған видеоролик төшөрөргә кәрәк.
Сюжет авторҙың, йәшәү өсөн стимул булып тора, психоактив матдәләр ҡулланыуға ыңғай альтернатива йәки наркотик матдәләр ҡулланыуҙан һәм таратыуҙан баш тартырға саҡырыуы тураһындағы фекерен сағылдырырға тейеш. Видеояҙманы «Бәйләнештә»ге шәхси сәхифәгә, шулай уҡ «Яндекс Диск» сервисына #СтимулМоейМечты2024, #ПротивНаркотиков2024 хештегтары менән урынлаштырырға кәрәк.
Семинарҙа ҡатнашыусы myrosmol.ru рәсми сайтында «Рәсәй йәштәре» федераль дәүләт автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһында теркәлергә һәм заявка бирергә тейеш. Анкетала видеороликҡа һылтанманы беркетергә һәм уға асыҡ инеүҙе тәьмин итергә кәрәк. Сайтта конкурс тураһында тулыраҡ мәғлүмәт табырға мөмкин.
Жюри составына Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ вәкилдәре һәм йәштәр мөхитендә социаль-кире күренештәрҙе иҫкәртеү өлкәһендәге эксперттар инәсәк. Улар конкурс эштәрен ун баллы шкала буйынса йөкмәткеле булыуына, конкурс маҡсаттарына тап килеүенә, актуаллегенә, техник ҡатмарлылыҡ кимәленә һәм үҙенсәлелеккә баһалай. Конкурс йомғаҡтары буйынса өс еңеүсе һәм ете призер билдәләнәсәк, уларға ҡиммәтле бүләктәр тапшырыласаҡ.
Фото: myrosmol.ru сайтынан.