Конкурстың маҡсаты: ғаиләлә уҡыуҙы популярлаштырыу, ғаиләне даими уҡыуға йәлеп итеү аша ғаилә уҡыу традицияларын тергеҙеү һәм дауам итеү, ғаиләлә уҡыу даирәһен булдырыу, бала менән өлкәндәрҙең диалогы өсөн шарттар тыуҙырыу, ғаиләне һәм йәш быуындың рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрен нығытыуға булышлыҡ итеү.
Конкурста ҡатнашыу өсөн видеоролик төшөрөргә кәрәк, унда төрлө быуын ғаилә ағзалары китапты ҡысҡырып уҡый. Бәйге ике номинацияла уҙғарыла: "Проза" һәм "Шиғриәт". Эштәр 2024 йылдың 30 сентябренә тиклем ҡабул ителә. Конкурстың Положениеһы менән ошо сайтта танышырға мөмкин.
Һәр номинацияла өсәр еңеүсе ғаилә билдәләнәсәк. Еңеүселәргә дипломдар, бүләккә китаптар тапшырыласаҡ. Улар өсөн мәҙәни программа ла ойоштороласаҡ. Бүләкләү тантанаһы Мәскәүҙә 2024 йылдың декабрендә үтә.