Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
7 Июнь , 20:55

Башҡортостанда иң финанс белемле ғаиләне һайлайҙар

Өфөлә Ғаилә йылы уңайынан Бөтә Рәсәй ғаилә һаҡсыллыҡ һәм инвестициялар фестиваленең төбәк этабында ҡатнашыусыларҙы теркәү башланды. Беренсе этап еңеүселәре Мәскәүгә финалға ебәреләсәк.

Башҡортостанда иң финанс белемле ғаиләне һайлайҙар
Башҡортостанда иң финанс белемле ғаиләне һайлайҙар

Ғаилә фестиваленең төбәк этабы 8 июндә иртәнге сәғәт 10.00-дан киске 17.00 сәғәткә тиклем Мостай Кәрим урамы, 69/1 адресы буйынса (Финанс университеты) уҙа (6+).

Сара программаһында - лекциялар, һаҡлыҡҡа йыйылған аҡса буйынса квиз, финанс күнекмәләре буйынса квест, оҫталыҡ дәресе һәм эшлекле уйын-симулятор. Ғаиләләр бергәләп уйын балдары - «алтындар» йыясаҡ. Иң күп алтын йыйыусылар төбәк этабында еңеп сығырға һәм фестивалдең федераль этабына Мәскәүгә килергә тейеш.

- Ғаилә фестивален үткәреүҙең маҡсаты - ғаилә финанстары менән идара итеүгә практик күнекмәләр алыу. Сарала ҡатнашыусылар ғаилә бюджетын нисек дөрөҫ алып барырға, аҡса тупларға, инвестиция һалырға, мутлашыусыларға ҡаршы торорға кәрәклеге тураһында беләсәк, шулай уҡ алған белемдәрен практикала ҡулланасаҡ. Өлкәндәргә лә, балаларға ла ҡыҙыҡлы һәм файҙалы буласаҡ, - тип Башҡортостандың финанс министры вазифаһын башҡарыусы Светлана Малинскаяның һүҙҙәрен килтерә «Республика Башкортостан» гәзите.

Унда ҡатнашыу өсөн моифинансы.рф сайтында теркәлеү үтергә кәрәк. Һәр команда 2-4 кешенән торған туғандарынан тора ала. Улар әсәйҙәр, атайҙар, балалар, өләсәйҙәр, олатайҙар, апай-ағайҙар, туғандар, ағай-һеңлеләр булыуы мөмкин. Унда ҡатнашыу өсөн һылтанма буйынса үтергә һәм теркәлеү формаһын тултырырға кәрәк.

Фото: БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы сайты.

Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас: