Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
12 Февраль , 16:51

"Атай даны" йәмәғәт наградаһы республика конкурсына ғаризалар ҡабул ителә

10 февралдән Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы "Йәмәғәт тормошо үҙәге" төбәк йәмәғәт ойошмаһы менән берлектә "Атай даны" ("Отцовская доблесть") йәмәғәт наградаһына дәғүә итеүгә бишенсе республика конкурсына ғаризалар ҡабул итә башланы.

"Атай даны" йәмәғәт наградаһы республика конкурсына ғаризалар ҡабул ителә
"Атай даны" йәмәғәт наградаһы республика конкурсына ғаризалар ҡабул ителә

БР Йәмәғәт палатаһы башланғысы буйынса, республикала награда 2020 йылдан сәләмәт йәшәү рәүеше алып барған, ғаилә ҡиммәттәрен һәм традицияларын һаҡлау һәм тергеҙеү өсөн шарттар тыуҙырған, үҙ муниципалитетының һәм республиканың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан атайҙарҙың хеҙмәттәрен әхлаҡи яҡтан дәртләндереү һәм йәмәғәтселеккә танытыу маҡсатында тапшырыла.

Бәйгелә ҡатнашыуға Башҡортостанда 5 йылдан ашыу даими йәшәгән, Рәсәй граждандары булған, балаларын лайыҡлы тәрбиәләгән ир-егеттәр саҡырыла.

Шәхси хеҙмәттәре булған, балалары төрлө өлкәләрҙә юғары уңыштарға өлгәшкән, Башҡортостан файҙаһына намыҫлы хеҙмәт иткән һ.б. атайҙар өҫтөнлөккә эйә буласаҡ.

Бының өсөн конкурс тураһында Положениела күрһәтелгән документтар пакетын әҙерләп, уны 2024 йылдың 1 июненә тиклем Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһының электрон почтаһына [email protected] ебәрергә кәрәк.

БР Йәмәғәт палатаһы.

Автор:
Читайте нас: