Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
14 Декабрь 2023, 21:45

Башҡортостандан ҡатнашыусылар «Рәсәй гимны аңлайышлы һүҙҙәр менән» бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәре булды

Октябрьский ҡалаһының 2-се гимназияһынан Даниил Гурьянов һәм Өфөнөң 93-сө лицейынан бер төркөм уҡыусылар «Рәсәй гимны аңлайышлы һүҙҙәр менән» VII бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яуланы. Бүләкләү тантанаһы 14 декабрҙә Мәскәүҙә Үҙәк Рәсәй Армияһы йортонда үтте.

Башҡортостандан ҡатнашыусылар «Рәсәй гимны аңлайышлы һүҙҙәр менән» бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәре булды
Башҡортостандан ҡатнашыусылар «Рәсәй гимны аңлайышлы һүҙҙәр менән» бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәре булды

Лауреаттарҙың баһаһы буйынса, конкурста ҡатнашыу уларға Рәсәй гимны менән танышырға һәм Тыуған ил тураһында күберәк белергә булышлыҡ итте. Балалар һәләттәрен аса, үҙенсәлекле ижади эштәр башҡарып, яңы оҫталыҡтар туплай алды.

Рәсәйҙән, шулай уҡ Монголиянан, Тажикстандан, Ҡырғыҙстандан һәм Белоруссиянан ҡатнашыусыларҙың 3 316 эше финалға үтте. Конкурс номинацияларында Рәсәйҙең 23 төбәгенән 32 эш юғары урын яулаған. Башҡортостандан ҡатнашыусылар конкурс номинацияларында ике еңеү яуланы.

Октябрьскийҙан Даниил Гурьянов «Держава» һүҙенең нимә аңлатҡанын һәм ҡайҙан башланыуын белергә булды. Видеопрезентацияһын ул педагог Зөлфиә Мифтахова етәкселегендә әҙерләгән. Эльвира Йәмғетдинова һәм Руслан Нәзиров етәкселегендәге Өфө ҡалаһының 93-сө физика-математика лицейы уҡыусылары ла конкурсҡа видеороликтар тәҡдим итте.

«Конкурс ижад итергә илһамландырҙы. Видеороликтарыбыҙҙа беҙ гимндың һүҙҙәрен нисек аңлауыбыҙҙы һәм гимндың беҙҙең Ватан менән бәйле йыр булыуын күрһәтергә теләйбеҙ. Йырыбыҙҙың һүҙҙәре илһамланған мәлдә, йөрәктән яҙылған», - тип уртаҡлашты балалар.

Конкурсты ойоштороусы, Балаларҙы һәм йәштәрҙе үҫтереү һәм тәрбиәләү инновация үҙәге президенты, Мәскәү педагогия дәүләт университеты уҡытыусыһы Екатерина Аверкиева:

«Күреүебеҙсә, илебеҙҙең бөтә төбәктәрен үҙ эсенә ала һәм ҡатнашыуға дәртләндерә алдыҡ. Рәсәйҙең яңы ҡушылған төбәктәрендә илһөйәрлек мотивтарын ижади интерпретациялау темаһының кәрәкле булыуын айырым билдәләргә кәрәк. Яңы төбәктәр йәштәрендә бындай ихтыяж бар икән, беҙ ҙә уларҙың яҡты пландарын тормошҡа ашырыуға һәр яҡлап булышлыҡ итербеҙ, был йәһәттән, шулай уҡ башҡа проекттарыбыҙ - «Тыуған илең тураһында донъяға һөйлә» халыҡ-ара конкурсы һәм «Адмирал Фёдор Ушаков минең күҙҙәрем менән» бөтә Рәсәй конкурсы сиктәрендә ижади эшмәкәрлекте дауам итербеҙ. Унда ҡатнашыу мөмкинлеген ҡулдан ысҡындырмағыҙ!».

Балаларҙы һәм йәштәрҙе үҫтереү һәм тәрбиәләү инновация үҙәге советы рәйесе, «Эшлекле Рәсәй» генераль советы ағзаһы Алексей Порошин:

«Конкурс һигеҙ йыл элек уйланылғандан күпкә күберәкте эшләне - был тап ошо конкурсты ойошторғандан һуң иртәгә түгел, ә 5, 10, 15 йылдан һуң, конкурста ҡатнашыусыларыбыҙ үҫкәс, үҙҙәренең тормош юлын һайлап, ышаныслы аяҡҡа баҫасаҡ - сөнки ул бөйөк Тыуған илебеҙҙәге меңләгән йәш патриоттарҙы һәм таланттарҙы, шулай уҡ уның яҙмышына битараф булмаған ватандаштарҙы берләштерергә тейеш».

Белешмә өсөн:

«Рәсәй гимны» конкурсы етенсе тапҡыр уҙғарыла һәм Дәүләт Думаһының Хеҙмәт, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса комитеты ярҙамында Рәсәйҙең Балаларҙы һәм йәштәрҙе үҫтереү һәм тәрбиәләү инновация үҙәге тарафынан ойошторола. Уның төп бурыстары - Рәсәйҙең рәсми дәүләт символына иғтибарҙы йәлеп итеү һәм балаларҙы үҙ Тыуған ил гимнының әһәмиәтен һәм йөкмәткеһен тәрән аңларға дәртләндереү. Ете йыл эсендә Рәсәйҙең 89 төбәгенән һәм 7 сит илдән 13 994 йәш автор уның финалсыһы булған. Еңеүселәрҙең эштәре интернетта баҫыла, Рәсәй Йәмәғәт палатаһы, «РИА Новости», Рәсәй мәғариф академияһы, Мәскәү педагогия дәүләт университеты, Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһы, Рус дәүләт музейы, Хәҙерге Рәсәй тарихы дәүләт үҙәк музейы, «Эшлекле Рәсәй», шулай уҡ Мәскәү китапханалары селтәрҙәре майҙансыҡтарында ҡуйыла.

Фото: Октябрьский һәм Өфө ҡалалары ҡала округы хакимиәттәре

Башҡортостандан ҡатнашыусылар «Рәсәй гимны аңлайышлы һүҙҙәр менән» бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәре булды
Башҡортостандан ҡатнашыусылар «Рәсәй гимны аңлайышлы һүҙҙәр менән» бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәре булды
Автор:
Читайте нас: