Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
8 Ноябрь 2023, 19:48

Башҡортостандан полиция хеҙмәткәре Рәсәйҙең иң яҡшы участковыйы исеменә дәғүә итә

"Халыҡ участковыйы" Бөтә Рәсәй конкурсының финал этабында Башҡортостан исеменән Рәсәй Эске эштәр министрлығының Яңауыл районы буйынса бүлегенең өлкән полиция участка уполномоченныйы Рәфил Миңлеғолов сығыш яһай.

Башҡортостандан полиция хеҙмәткәре Рәсәйҙең иң яҡшы участковыйы исеменә дәғүә итә
Башҡортостандан полиция хеҙмәткәре Рәсәйҙең иң яҡшы участковыйы исеменә дәғүә итә

Рәфил Миңлеғолов был вазифала 28 йылдан ашыу эшләй. Уның иҫәбендә тиҫтәләгән асыҡланған енәйәттәр һәм йөҙләгән граждандарҙың ҡаралған мөрәжәғәттәре бар, тип хәбәр итә "Республика Башкортостан" гәзите.

Республика халҡы уның өсөн 10 ноябргә тиклем «Комсомольская правда» баҫмаһы сайтында (https://www.ufa.kp.ru) онлайн тауыш бирә ала. "Бәйләнештә" һәм Твиттер социаль селтәрҙәрендәге, Шулай уҡ Яндекс йәки Гугл аккаунттарҙы файҙаланып ҡына тауыш бирергә мөмкин. Һәр иҫәп яҙмаһынан бер тапҡыр ғына тауыш бирергә мөмкин. Тауыш биреү һөҙөмтәләре бер юлы күрһәтелмәй, рейтинг көн һайын 12.00 сәғәттә (Мәскәү ваҡыты буйынса) яңыртыла.

Быйыл традицион конкурс Рәсәй Эске эштәр министрлығының участка уполномоченныйҙары хеҙмәтенең юбилейына арнала. Уның ойошторолоуына 17 ноябрҙә йөҙ йыл тула. Еңеүсе һәм призерҙар граждандарҙың онлайн-тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса билдәләнә. Шул уҡ ваҡытта тауыштар һаны конкурсанттың төбәк халҡы менән сағыштырыласаҡ, тип БР Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенә һылтанма менән яҙа республика баҫмаһы.

Фото: Тимур ХӘЙБУЛЛИН.

Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас: