Быйыл «Елкән» телеконкурсының һайлап алыу турына 136 ғариза килгән. Конкурс турына 47 ҡатнашыусы үткән. Конкурсанттар башҡорт композиторҙарының әҫәрҙәрен, башҡорт халыҡ көйҙәрен уйнарға тейеш. Конкурс дүрт номинация буйынса үткәрелә: фортепиано, ҡыллы, тынлы, халыҡ музыка ҡоралдары. Финалсылар симфоник оркестр менән ҙур сәхнәлә уйнау мөмкинлегенә эйә була.
- Композиторҙарыбыҙҙың тап балалар өсөн ижад итеүе беҙҙең өсөн бик мөһим, - ти «Елкән» проектының авторы, «Тамыр» телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина. - Уҙған йылдарҙа ойошторолған конкурстарҙың финал программаһына симфоник оркестр менән башҡарыу өсөн 20-нән ашыу үҙенсәлекле партитура яҙылды. Азамат Аҙнағолов, Урал Иҙелбаев, Илдар Хисаметдинов, Рим Хәсәнов, Әлфиә Хәбированың яңы әҫәрҙәре яңғыраны. Балалар Рафаил Ҡасимов, Нур Дауытов, Заһир Исмәғилевтың пьесаларын теләп башҡарҙы. Беҙ мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡоваға башланғысты бойомға ашырырға ярҙам иткәне өсөн рәхмәтлебеҙ.
«Елкән»дең өсөнсө миҙгелен тынлы музыка ҡоралдарында уйнаусылар башлай. 12 йәш музыкант башҡорт академик музыкаһын башҡара.
Башҡорт классик музыкаһын йәш башҡарыусыларҙың «Елкән» телевизион конкурсының өсөнсө миҙгеленең тәүге сығарылышын 1 октябрҙә киске сәғәт 6-ла Башҡортостан юлдаш телевидениеһында ҡарағыҙ.