Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
16 Август 2023, 20:45

Бөрйән районында йәш сәсәндәрҙең төбәк-ара конкурсында тарих йәнләндерелде

Унда 19 муниципаль район һәм 3 ҡала округынан, шулай уҡ Силәбе һәм Ырымбур өлкәләренән 25 фольклор коллективы ҡатнаша

Бөрйән районында йәш сәсәндәрҙең төбәк-ара конкурсында тарих йәнләндерелде
Бөрйән районында йәш сәсәндәрҙең төбәк-ара конкурсында тарих йәнләндерелде

Башҡортостандың Бөрйән районында «Урал батыр» эпосын яттан һөйләү буйынса йәш сәсәндәр конкурсының һуңғы этабы бара. Ойоштороусылар әйтеүенсә, унда 19 муниципаль район һәм 3 ҡала округынан, шулай уҡ Силәбе һәм Ырымбур өлкәләренән 25 фольклор коллективы ҡатнаша.

Рәсми асыу тантанаһынан һуң конкурсанттар жюри хөкөмөнә «Урал батыр» эпосы буйынса инсценировкалар тәҡдим итте. Быуаттар төпкөлөнән беҙҙең көндәргә килеп еткәндә, ул яҡын ата-бабаларыбыҙҙың социаль-әхлаҡи һәм эстетик ҡараштарын сағылдыра. Яуызлыҡ көсөнә ҡаршы көрәшкән геройҙарҙың батырлығын үлемһеҙ итеү, мәңге тере һәм яңырып торған тормошто данлау тураһындағы фекер - эпостың төп асылы ул. Әҫәрҙең художество сараларының матур палитраһы, боронғо кешенең мәжүси аңы үҙенсәлектәрен сағылдырған образлы системаһы бай һәм үҙенсәлекле.

Жюри ағзалары алдында сығыш яһар алдынан, ҡатнашыусылар күп көс түккән эш башҡарҙы: ҡабатланмаҫ тарихи мөхиткә сумыу ғына түгел, репетициялар, декорациялар эшләргә лә кәрәк ине. Бынан тыш, актёрлыҡ оҫталығын һәм сәхнә мәҙәниәтен күрһәтергә кәрәк ине. 1910 йылда яҙылған «Урал батыр» башҡорт эпосының иң ҙур әҫәре булыуы бер кемгә лә сер түгел бит. Унда 4,5 меңдән ашыу юл тупланған. Шуға күрә конкурста ҡатнашыу өсөн башҡорт телендә күберәк юлдар өйрәнергә кәрәк. Әлбиттә, ҡатнашыусыларҙың йәше иҫәпкә алына: башланғыс класс уҡыусыларына 600-ҙән кәм булмаған юл белергә кәрәк икән, абсолют еңеүсегә эпосты тулыһынса башҡарырға һәм шул уҡ ваҡытта башҡарыу оҫталығын, артистизмды, халыҡ йолаларын һәм эпик әҫәрҙәрҙең башҡарыу үҙенсәлектәрен күрһәтергә кәрәк.

Ҙур талаптарға ҡарамаҫтан, йәш артистар конкурс бурыстарын яҡшы үтәне. Асҡын районы вәкилдәренең сығышы сағыу һәм хисле булды. Балалар конкурсҡа ныҡлы әҙерләнгән: сценарий, декорациялар эшләгән, реквизит сифатында башҡорт халҡының көнкүреш әйберҙәрен файҙаланған. Дөйөм алғанда, конкурсанттар юғары башҡарыу кимәлен күрһәтте, байтаҡ сығыштар үҙенсәлекле булыуы менән айырылып тора.

Шуны билдәләп үтәйек: быйыл конкурс төбәк-ара сара статусын алды. Ул «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүселәр мәктәбен үҫтереү, йәш быуын араһында эпосты өйрәнеү һәм популярлаштырыу, башҡорт халҡының тарихи һәм мәҙәни мираҫына һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләү маҡсатында уҙғарыла.

Сығанаҡ: https://bv02.info/news/konkursy-stat'i/2023-08-16/na-mezhregionalnom-konkurse-yunyh-skaziteley-v-burzyanskom-rayone-ozhivili-istoriyu-3391140 

Автор:
Читайте нас: