Конкурстар
4 Июля 2023, 07:33

«Бергәләп коррупцияға ҡаршы!» халыҡ-ара йәштәр социаль реклама конкурсы башланды

Быйыл конкурс коррупцияға ҡаршы эш итеү буйынса дәүләт-ара совет етәкселегендә ойошторолған.

«Бергәләп коррупцияға ҡаршы!» халыҡ-ара йәштәр социаль реклама конкурсы башланды«Бергәләп коррупцияға ҡаршы!» халыҡ-ара йәштәр социаль реклама конкурсы башланды
«Бергәләп коррупцияға ҡаршы!» халыҡ-ара йәштәр социаль реклама конкурсы башланды

Конкурста ҡатнашыуға 14 йәштән 35 йәшкәсә йәштәр саҡырыла. Уларға «Бергәләп коррупцияға ҡаршы!» темаһына конкурс эштәрен әҙерләргә тәҡдим ителә. Ижади эштә йәштәргә үҙҙәренең идеяларын һәм коррупцияға ҡаршы көрәш тураһында күҙаллауҙарын, шулай уҡ ошо йүнәлештә халыҡ-ара хеҙмәттәшлектең ролен һәм әһәмиәтен сағылдырырға мөмкин.

Эштәр 2023 йылдың 1 октябренә тиклем «Иң яҡшы плакат» һәм «Иң яҡшы видеоролик» номинацияларында конкурстың рәсми сайтында ҡабул ителә.

Халыҡ-ара конкурсты үткәреү ҡағиҙәләрен Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының рәсми телдәрендә (рус, инглиз, ғәрәп, испан, ҡытай һәм француз) конкурс сайтында ҡарарға мөмкин.

Традиция буйынса конкурсҡа йомғаҡ яһауҙы Халыҡ-ара коррупцияға ҡаршы көрәш көнөнә (9 декабрҙә) ҡарата ойоштороу күҙаллана.

Автор:
Читайте нас