

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, премия үҫеп килеүсе быуынды әҙәбиәт һәм сәнғәт әҫәрҙәре менән рухи-әхлаҡи һәм илһөйәрлек рухында тәрбиәләүгә ҙур өлөш индергәне өсөн ике йылға бер тапҡыр бирелә.
Конкурсҡа эштәрҙе ҡабул итеү ваҡытына тиклем бер йыл алдан айырым китап булып сыҡҡан, матбуғатта баҫылған йәки башҡа ысул менән баҫылып сыҡҡан балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт һәм сәнғәт әҫәрҙәре ҡабул ителә.
Комиссияның конкурсҡа ебәргән эштәр исемлеге республика киң мәғлүмәт сараларында баҫыла. Эште күрһәтеү тураһында ҡарар тәҡдим итеүсе ойошманың (коллегиялар, президиум, идара, художестволы йәки ғилми советтар) коллегиаль органы ултырышында, хеҙмәт коллективы йыйылышында ҡабул ителә.
Премияға дәғүә итеүгә документтарҙы Комиссия түбәндәге адрес буйынса ҡабул итә: Өфө ҡалаһы, Революция урамы, 18, Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, 23-сө бүлмә. Белешмәләр өсөн телефон: 280-87-75.
Конкурс тураһында положение менән Башҡортостан Башлығы хакимиәте сайтында танышырға мөмкин.
Сығанаҡ: https://www.bashkortostan.ru/presscenter/news/548041/