Конкурстар
3 Июль 2023, 18:17

«Атай ҡаһарманлығы» йәмәғәт наградаһына документтар ҡабул итеү ваҡыты оҙайтылды

Мөрәжәғәттәрҙең күп булыуы сәбәпле, Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһының ҡарарына ярашлы, «Атай ҡаһарманлығы» йәмәғәт наградаһына дәғүә итеүгә конкурста ҡатнашыу өсөн документтар ҡабул итеү ваҡыты 2023 йылдың 1 авгусына тиклем оҙайтылды.

«Атай ҡаһарманлығы» йәмәғәт наградаһына документтар ҡабул итеү ваҡыты оҙайтылды«Атай ҡаһарманлығы» йәмәғәт наградаһына документтар ҡабул итеү ваҡыты оҙайтылды
«Атай ҡаһарманлығы» йәмәғәт наградаһына документтар ҡабул итеү ваҡыты оҙайтылды

Сарала ҡатнашыуға 5 йылдан ашыу Башҡортостанда даими йәшәгән, Рәсәй граждандары һәм тәрбиәгә, опекаға һәм попечителлеккә балалар алып тәрбиәләгән ир-егеттәр саҡырыла. Улар дини, спорт, йәштәр йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, төрлө предприятие, мәғариф, медицина, учреждение, коммерция структуралары хеҙмәткәрҙәре, пенсионерҙар, фермерҙар, хәрбиҙәр, янғын һүндереүселәр, инженерҙар, механиктар һәм башҡалар булыуы мөмкин.

Бүләкләү тураһында үтенес ҡағыҙын атайҙар үҙҙәре лә, уларҙың балалары йәки коллегалары, урындағы үҙидара органдары, йәмәғәт ойошмалары ла бирә ала. Уға республика власть органдары ҡарамағындағы урындағы йәмәғәт палатаһы йәки йәмәғәт советы етәксеһе ҡул ҡуйырға тейеш.

Өҫтәмә мәғлүмәтте 8 (347) 280-82-36 телефоны буйынса алырға мөмкин. «Атай ҡаһарманлығы» билдәһе менән материалдар  oprb2011@mail.ru электрон адресы буйынса ҡабул ителә.

Конкурстың положениеһы менән ошо һылтанма буйынса танышырға мөмкин: https://op.bashkortostan.ru/presscenter/news/443851/ 

Сығанаҡ: https://op.bashkortostan.ru/presscenter/news/552466/ 

Автор:
Читайте нас