Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
24 Июнь 2022, 12:17

Айыҡлыҡ өсөн – махсус приз

Өфөлә “Торатау” Когресс-холында “Айыҡ ауыл – 2021” республика бәйгеһенә йомғаҡ яһалды.

Айыҡлыҡ өсөн – махсус приз
Айыҡлыҡ өсөн – махсус приз

Сарала Салауат районы башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Айгиз Әхмәтйәнов, район Советы секретары Андрей Сергеев, район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Айҙар Ноғаманов, Лағыр ауылы биләмәһе башлығы Ришат Низамов ҡатнашты.

“Айыҡ ауыл” республика бәйгеһе сиктәрендә үткән сараларҙы социаль селтәрҙәрҙә әүҙем яҡтыртҡандары өсөн Лағыр ауылы биләмәһе хакимиәте башлығы Ришат Риян улы НИЗАМОВ – БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, Лағыр урта мәктәбе уҡытыусыһы Венера Мәхәсим ҡыҙы СИТДИҠОВА БР Мәғариф һәм фән министрлығының Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Ошо уҡ ауылдан яҡташыбыҙ, “Киске Өфө” гәзите журналисы Зәйтүнә Наримйән ҡыҙы НИҒӘМӘТЙӘНОВА (З. Әйле) “Айыҡ ауыл” конкурсы сиктәрендә ғаилә именлеген һаҡлауға йүнәлтелгән проекттарҙы яҡлауы һәм бойомға ашырыуы өсөн БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының Рәхмәт хатына, Халыҡ-ара һөнәрҙәр мәктәбендә уҡыу сертификатына лайыҡ булды.

Республика конкурсы йомғаҡтары буйынса Лағыр ауылына “Айыҡ ауыл – 2021” бәйгеһендә ҡатнашҡаны өсөн Димплом, махсус бүләк – компьютер техникаһы комплектына сертификат тапшырылды.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Лағыр ауылы “Айыҡ ауыл” конкурсының “Эре тораҡ пункттар” номинацияһында сығыш яһаны. Республика бәйгеһе сиктәрендә унда ауыл, район, район-ара, төбәк-ара кимәлдәге 80-дән ашыу төрлө саралар үткәрелде. Улар хаҡында беҙ “Йүрүҙән” гәзите биттәрендә даими яҡтыртып барҙыҡ. Лағыр ауылы конкурста грант отмаһа ла, был бәйге ауыл халҡын берләштерҙе, үҙҙәрен бүтәндәргә айыҡ һәм сәләмәт тормошта йәшәүгә яҡшы өлгө итеп күрһәтте.     

Айыҡлыҡ өсөн – махсус приз
Айыҡлыҡ өсөн – махсус приз
Айыҡлыҡ өсөн – махсус приз
Айыҡлыҡ өсөн – махсус приз
Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас: