Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
27 Февраль 2022, 18:04

Медиа-бәйге "НЫҠ БУЛ"

Сәләмәт йәшәү рәүеше – уңышҡа юл. "Тамыр" балалар-үҫмерҙәр телеканалы һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының "НЫҠ БУЛ" медиа-конкурсын ойоштороусылар үҫмерҙәр араһында ошо идеяны тормошҡа ашырырға теләй.    

Медиа-бәйге "НЫҠ БУЛ"
Медиа-бәйге "НЫҠ БУЛ"

Балалар һәм үҫмерҙәр араһында сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау буйынса "НЫҠ БУЛ" асыҡ медиа-конкурсы эштәрҙе ҡабул итеүҙе 1 мартҡа тиклем оҙайта. Конкурс өс номинация буйынса үтә: социаль ролик, вайн, плакат (постер). Эштәрҙең темалары сәләмәт йәшәү рәүешен, әүҙем ялды, спортты, туризмды пропагандалауға һәм тәмәке тартыуға, алкоголизмға, хоҡуҡ боҙоуға, ҡомарлы уйындар менән мауығыуға ҡаршы йүнәлтелергә тейеш. Конкурста 10-16 йәшлек балалар һәм үҫмерҙәр ҡатнаша ала. Эштәрҙе үҙаллы, шулай уҡ ижади команда менән эшләргә мөмкин.

Бөгөнгә "НЫҠ БУЛ" медиа-конкурсына 253 эш килгән дә инде. "Плакат" номинацияһында конкуренция ҙур. Балаларҙың үтенесе буйынса ойоштороусылар эштәрҙе ҡабул итеүҙе биш көнгә оҙайтырға хәл итте.

– Беҙҙең проектта һоҡланғыс остаздар эшләй, – ти "Тамыр" телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина.– 2-се этапҡа үтәсәк балалар "Тамыр" телеканалында оҫталыҡ дәрестәренә һәм интенсив-тренингыларға саҡырыла. Контентты төшөрөү өҫтөндә билдәле ижадсылар: режиссерҙар Булат Йосопов һәм Адель Һөнәрғолова, рәссамдар Арыҫлан Бикбай һәм Ҡарлуғас Исмәғилева, вайнерҙар Алмаз Ҡарағолов һәм Рәлиә Йәһүҙина эшләй. Ә өсөнсө этапта йәштәр финал өсөн үҙаллы эштәр әҙерләйәсәк.
 
"НЫҠ БУЛ" асыҡ медиа-конкурсы балалар һәм үҫмерҙәр араһында сәләмәт йәшәү рәүеше идеяларын алға этәреүҙе, зарарлы ғәҙәттәрҙе иҫкәртеүҙе, балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең ижади һәләттәрен асыҡлауҙы һәм үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуя. Проект республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы булышлығында Башҡортостандың ауылдары араһында "Айыҡ ауыл 2021 йыл" республика конкурсы барышында тормошҡа ашырыла.
 
Эште һәм ҡатнашыу өсөн ғаризаны 2022 йылдың 1 мартына тиклем «Бәйләнештә» интернет селтәренең «Тамыр» төркөмөнә https://vk.com/tamir_telekanal ебәрергә кәрәк.
Автор:
Читайте нас: