Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
22 Февраль 2022, 21:30

Рәми Ғарипов шиғырҙары йөрәк аша еткерелде

Халыҡ-ара туған тел көнө уңайынан Малаяҙҙа Салауат Юлаев музейында “Йөрәк һүҙе” район шиғриәт бәйгеһе үтте. Сара Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, арҙаҡлы яҡташыбыҙ Рәми Ғариповтың яҡты иҫтәлегенә, уның ҡабатланмаҫ ижадына арналды. Конкурсты музей һәм район мәғариф бүлеге ойошторҙо.

Бәйгелә Әлкә, Арҡауыл, Лағыр, Миәшәгәр, Торналы, Янғантау мәктәптәренән һәм Малаяҙ башҡорт гимназияһынан уҡыусылар үҙҙәренең етәкселәре, әсәләре менән сығыш яһаны. Улар Рәми Ғариповтың шиғырҙарын йөрәктәргә үтерлек интонация менән һөйләү буйынса ярышты.

Лағыр урта мәктәбе уҡыусылары Илсаф Ғирфанов һәм Гөлсәсәк Ғарипова (етәкселәре – Тәғзимә Ғайнанова) Рәми менән Надежданың диалогын шағирҙың “Көндәлектәр”енән өҙөк һәм “Киләсәгем! Ас һин ишегеңде!” шиғыры юлдары аша еткерҙе. Уларҙың сығышын жюри юғары баһалап, “Тел оҫтаһы” номинацияһында беренсе урынды бирҙе.

Янғантау урта мәктәбе уҡыусылары Нияз Низамов һәм Алмаз Тажетдинов етәкселәре, мәктәп директоры Фирғәт Ғимранов менән сығыш яһаны. Нияз “Маяҡ” шиғырын тасуири һөйләһә, Алмаз уны ҡурай моңо менән биҙәне. Ә Фирғәт Факил улы “Туған тел” шиғырын һөйләп ишеттерҙе. Торналы урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зәйтүнгөл Рәжәпова һәм уның ҡыҙы Диана “Ауылдаштар” шиғыры менән сығыш яһаны. Янғантауҙан трио һәм Торналынан әсәле-ҡыҙлы дуэт икенсе призлы урын алды. Нияз һәм Алмаз “Йыл шағиры” тигән айырым номинацияла ла билдәләнде.

“Тел оҫтаһы” номинацияһында Әлкә урта мәктәбенән бер туғандар Айзилә һәм Динислам Шәмсетдиновтар (етәкселәре – Динара Шәмсетдинова), Байыҡ Айҙар исемендәге Арҡауыл урта мәктәбенән Алтынай Мөхөтдинова менән уның етәксеһе Лилиә Иҙрисова, Миәшәгәр төп мәктәбенән Дилара һәм уның әсәһе Ильнара Сафиналарҙың дуэтына өсөнсө призлы урын бирелде.

Малаяҙ башҡорт гимназияһынан апалы-һеңлеле Наҙлыгөл һәм Ләйсән, уларҙың әсәләре Тереза Байрамғоловалар (етәкселәре – Индира Ҡазиханова) “Тамашасылар һөйөүе” номинацияһына эйә булды.

Конкурста еңеүселәр, призлы урындар алыусылар, номинацияла билдәләнеүселәр Дипломдар, китаптар менән бүләкләнде. Мәртәбәле сара, матур йолаға ярашлы, бәйгелә ҡатнашыусыларҙың һәм баһалама ағзаларының Рәми Ғариповтың “Туған тел” шиғырын күмәкләп һөйләүе менән тамамланды.

Рәми Ғарипов шиғырҙары йөрәк аша еткерелде
Рәми Ғарипов шиғырҙары йөрәк аша еткерелде
Рәми Ғарипов шиғырҙары йөрәк аша еткерелде
Рәми Ғарипов шиғырҙары йөрәк аша еткерелде
Рәми Ғарипов шиғырҙары йөрәк аша еткерелде
Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас: