Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
11 Февраль 2022, 17:10

«Минең Рәми» төбәк-ара шиғриәт конкурсы

«Минең Рәми» төбәк-ара шиғриәт конкурсы Башҡортостан Республикаһы Башлығының 2020 йылдың 17 ғинуарында «Рәми Йәғәфәр улы Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тулыуҙы байрам итеү тураһында»ғы Указына ярашлы уҙғарыла.

«Минең Рәми» төбәк-ара шиғриәт конкурсы
«Минең Рәми» төбәк-ара шиғриәт конкурсы

Конкурста 6-12 һәм 12-17 йәшлек йәш категорияһындағы балалар һәм 18 йәштән өлкәндәр ҡатнаша ала. Рәми Ғариповтың шиғырҙарын яңғыҙ уҡыған профессиональ һәм һәүәҫкәрҙәрҙән видеороликтар ҡабул ителә. Эштәрҙе башҡорт һәм рус телдәрендә ебәрергә мөмкин.

Конкурс 2022 йылдың 12 февраленән декабргә тиклем өс этапта уҙғарыла: беренсе этап - 12 февралдән 12 апрелгә ҡәҙәр конкурс эштәрен ҡабул итеү, икенсе этап - 26 августан 25 сентябргә тиклем телевизион конкурс һәм өсөнсө этап - финал.

Конкурста ҡатнашыусылар (балалар) 2022 йылдың 12 апреленә тиклем «Бәйләнештә» социаль селтәрендә «Минең Рәми - 90» төркөмөнөң видеояҙмалар альбомына һылтанма буйынса конкурс эшен һала: http://vk.com/video/playlist/-210455279_2. Видеояҙманың аңлатмаһында исем-шәрифте, йәшәгән урынды, йәште яҙыу мотлаҡ. Һалынған эштең һылтанмаһын тултырылған заявка менән [email protected] электрон адресына «Р. Гарипову – 90. Дети» тигән тема менән ебәрергә кәрәк. Шулай уҡ, ҡатнашыусыларға эштәрен үҙ сәхифәләренә һалып, #МинеңРәми90 хештегы менән баҫтырыу мөһим.

Конкурста ҡатнашҡан ололар өсөн шулай уҡ 2022 йылдың 12 апреленә тиклем «Бәйләнештә» социаль селтәрендә «Минең Рәми - 90» төркөмөнөң видеояҙмалар альбомына һылтанма буйынса конкурс эшен һалырға кәрәк: http://vk.com/video/playlist/-210455279_1. Видеояҙманың аңлатмаһында исем-шәрифте, йәшәгән урынды, йәште яҙыу мотлаҡ. Һалынған эштең һылтанмаһын тултырылған заявка менән [email protected] электрон адресына «Р. Гарипову – 90. Взрослые» тигән тема менән ебәрергә кәрәк. Шулай уҡ, ҡатнашыусыларға эштәрен үҙ сәхифәләренә һалып, #МинеңРәми90 хештегы менән баҫтырыу мөһим.

Конкурста ҡатнашыусылар үҙҙәренең шәхси мәғлүмәттәрен: фамилияһын, исемен, атаһының исемен, тыуған йылын һәм урынын, почта адресын, электрон почта адресын, профессияһын эшкәртеүгә ризалығын бирә. 6-17 йәшлек ҡатнашыусыларҙың эштәрен, балаларҙың шәхси мәғлүмәтен файҙаланыуға ризалығын ата-әсәләр ебәрә. Конкурс эштәрен баһалағанда уларҙың положениеға тап килеүе, видеоролик өсөн һайланған шиғырҙың әҙәби ҡиммәте, уҡыусының актёрлыҡ оҫталығы, тексты белеү, үҙенсәлекле башҡарыу критерийҙарына иғтибар бүленәсәк.

Конкурсты ойоштороусылар - Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды, Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы, Мәҙәниәт министрлығы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы, Дәүләт унитар телерадиотапшырыуҙар предприятиеһы.

Автор:
Читайте нас: