Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
12 Ноябрь 2021, 12:05

«Ҡурай даны» икенсе милли телепремияһы тапшырыла

Заманыбыҙҙың төп геройҙарының исемдәре 3 декабрҙә киске сәғәт 7-лә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында «Ҡурай даны» икенсе милли телепремияһы менән бүләкләү тантанаһында иғлан ителә.

«Ҡурай даны» икенсе милли телепремияһы тапшырыла
«Ҡурай даны» икенсе милли телепремияһы тапшырыла

Награда үҙ эшенең оҫталарына, һөнәрселәргә, аграрийҙарға, эшҡыуарҙарға, ижади лидерҙарға, шулай уҡ теге йәки был өлкәлә уңышҡа өлгәшкән ғаиләләргә тапшырыла.

2020–2021 йылдарҙа телепремияға 45 ҡатнашыусы — «Ҡурай» телеканалы тамашасылары тәҡдим иткән замандаштарыбыҙ күрһәтелгән. Был юлы «Ҡурай даны» икенсе милли телепремияһы 9 номинацияла уҙғарыла:

«Ер кешеһе»,

«Һөнәр оҫтаһы»,

«Эшлекле ханым»,

«Ҡул оҫтаһы»,

«Ижади ғаилә»,

«Миһырбанлы ғаилә»,

«Спорт ғаиләһе»,

«Йыл тренеры»,

«Йыл режиссеры».

Премияның төп принцибы — еңеүселәрҙе объектив һайлап алыу. 2020-2021 йылдарҙа «Ҡурай» телеканалында тамашасыларҙы номинанттарҙың һәр береһе менән таныштырған тапшырыуҙар эфирға сыға. «Ҡурай даны» көмөш миҙалы хужаларын телетамашасылар һайлай — еңеүселәр интернетта тауыш биреү юлы менән билдәләнә.

«Ҡурай даны» милли телепремияһы 2018 йылда «Ҡурай-ТВ» йыр-моң телеканалы башланғысы менән булдырылды. Төп маҡсаты — үҙ эшендә уңышҡа өлгәшкән замандаштарыбыҙҙы асыҡлау һәм башҡаларға танытыу, шулай уҡ башҡорт телен, үҙенсәлекле һәм хәҙерге мәҙәниәтте пропагандалау, һаҡлау һәм популярлаштырыу, халыҡ традицияларын, һөнәрҙәрен үҫтереү.

Автор:"Башинформ"
Читайте нас: