Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
23 Октябрь 2021, 10:05

Рәхмәт белдерелде

Рәсәйҙең иң өлкән һәм билдәле страховкалаусыһы – “Росгосстрах” компанияһы – үҙенең бер быуатлыҡ юбилейын билдәләй.

Рәхмәт белдерелде
Рәхмәт белдерелде

Рәсәйҙең иң өлкән һәм билдәле страховкалаусыһы – “Росгосстрах” компанияһы – үҙенең бер быуатлыҡ юбилейын билдәләй.

Салауат районында ла “Росгосстрах” ойошмаһы эшләй. Оҙаҡ йылдар ошо өлкәлә эшләүсе страховка агенты Минзифа Рәүеф ҡыҙы Иштуғановаға “Росгосстрах”тың 100 йыллығы уңайынан фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн Рәхмәт хаты тапшырылды. Шулай уҡ Республика көнөндә районыбыҙ үҫешенә индергән өлөшө өсөн Салауат районының Почет грамотаһы бирелде.
Минзифа Рәүеф ҡыҙы страховка агенты булып 1986 йылдан бирле хеҙмәт итә. Бөгөн хеҙмәт ветераны статусын алып, эшен дауам итә. Шулай уҡ ҡыҙы Ализа әсәһенең эшен дауам итеп, бөгөн ул да – страховҡа агенты.
Йөҙ йыл элек, 1921 йылдың 6 октябрендә, РСФСР-ҙың халыҡ комиссарҙары Советы илебеҙҙә дәүләт милкен страховкалау системаһын булдырыу тураһында Декретҡа ҡул ҡуя. “Росгосстрах”тың тыуған көнө Рәсәйҙә традицион рәүештә Страховкалаусы көнө булараҡ билдәләнә.
Совет осоронда, хатта Бөйөк Ватан һуғышында ла, әле лә Госстрах илебеҙ граждандарының ғүмерен һәм һаулығын, милкен яҡлауын тәьмин итеүсе берҙән-бер ойошма булып ҡала. Бөгөн дә Госстрах юғары технологиялы, универсаль, төрлө йүнәлеш буйынса үҫеүсе ойошма ул.

Гөлшат РӘЙЕСОВА.

Автор:Гөлшат Рәйесова
Читайте нас: