Конкурстар
29 Апреля 2021, 09:58

"МИНЕҢ ҠОЯШЫМ!" фотобәйгеһе иғлан ителә

Күктәге ҡояштан башҡа, һәр кемдең үҙ ҡояшы - йөрәк ярып тапҡан балаһы бар! Бәләкәстәребеҙгә ҡарап шатланабыҙ, йыуанабыҙ, эскерһеҙ күҙҙәренә баҡһаҡ, бар ауыр уйҙарыбыҙ тарала. Шуға ла ул һәм ҡыҙҙарыбыҙға бағышланған фотобәйге иғлан итәбеҙ. Бәйгенең шарттары ябай: Балаларығыҙ менән бергә йәки үҙенең генә айырым төшкән фотоһүрәтен беҙгә ебәрергә ("МИНЕҢ ҠОЯШЫМ!" фотобәйгеһенә тип яҙығыҙ); Фото позитив, үҙенсәлекле булһын; Баланың исемен, нисә йәштә булыуын һәм ҡайҙа йәшәүен яҙығыҙ; Мотлаҡ беҙҙең "Йүрүҙән" төркөмөнә ҡушылығыҙ. Еңеүсене 17 майҙа лайктар һаны буйынса билдәләйбеҙ. Иҫкәртәбеҙ, робот, бот йәки башҡа программа ярҙамында лайк йыйған фото конкурстан төшөп ҡалдырыла! Еңеүсене косметика магазинына сертификат көтә!

Күктәге ҡояштан башҡа, һәр кемдең үҙ ҡояшы - йөрәк ярып тапҡан балаһы бар!
Бәләкәстәребеҙгә ҡарап шатланабыҙ, йыуанабыҙ, эскерһеҙ күҙҙәренә баҡһаҡ, бар ауыр уйҙарыбыҙ тарала.
Шуға ла ул һәм ҡыҙҙарыбыҙға бағышланған фотобәйге иғлан итәбеҙ.

Бәйгенең шарттары ябай:
Балаларығыҙ менән бергә йәки үҙенең генә айырым төшкән фотоһүрәтен беҙгә ебәрергә ("МИНЕҢ ҠОЯШЫМ!" фотобәйгеһенә тип яҙығыҙ);
Фото позитив, үҙенсәлекле булһын;
Баланың исемен, нисә йәштә булыуын һәм ҡайҙа йәшәүен яҙығыҙ;
Мотлаҡ беҙҙең "Йүрүҙән" төркөмөнә ҡушылығыҙ.

Еңеүсене 17 майҙа лайктар һаны буйынса билдәләйбеҙ. Иҫкәртәбеҙ, робот, бот йәки башҡа программа ярҙамында лайк йыйған фото конкурстан төшөп ҡалдырыла!
Еңеүсене косметика магазинына сертификат көтә!
Читайте нас