Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
28 Ғинуар 2021, 17:30

Радий Хәбиров проекттар конкурсында еңгән Шайморатов һәйкәленең макетын күрһәтте

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика Дәүләт Йыйылышына Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһағанда проекттар конкурсында еңгән генерал-майор Шайморатов һәйкәленең макетын күрһәтте.

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика Дәүләт Йыйылышына Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһағанда проекттар конкурсында еңгән генерал-майор Шайморатов һәйкәленең макетын күрһәтте.
Еңеүсе макеттың авторҙары – скульптор Салауат Щербаков һәм архитектор Константин Донгузов. Уларҙың проектында генерал Шайморатов ҡына күрһәтелмәгән, уның легендар 112-се башҡорт кавалерия дивизияһының сағылышы ла бар.
«Әле Өфөнөң Совет майҙанында төҙөкләндереү эштәре тулы ҡеүәттә бара. Уны халыҡ геройының бына тигән һәйкәле биҙәйәсәк. Монументтың проектын республикала йәшәүселәр үҙҙәре һайланы», — тине Радий Хәбиров.
Республика халҡы ил Президентының 112-се Башҡорт атлы дивизияһы командиры, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа Рәсәй Геройы исемен биреү тураһында Указын шатланып ҡабул итте, тип билдәләне ул.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Конгресс-холда Шайморатов һәйкәле макеттарының конкурс экспозицияһын 500-ҙән ашыу кеше – йәмәғәтселек вәкилдәре, ижади берекмә ағзалары һәм республикала йәшәүселәр килеп ҡараны. Тамашасылар һорауҙар яҙылған ҡағыҙҙа 19 эштең һәр береһен ун балл буйынса баһаланы.
Тәүҙән үк конкурс еңеүсеһенең эше Өфөнөң төҙөкләндерелгән Совте майҙанының мәғәнәүи үҙәге була тип иғлан ителгәйне.
Читайте нас в