Бөгөн район мәҙәниәт йорто майҙанында “Яңы йыл ғаилә уйындары - 2021” республика фестиваленең муниципаль этабы үтте.
Сарала ҡатнашыусыларҙы район хакимиәте башлығы урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Марат Ғилманов тәбрикләп, уңыштар теләне.
Фестивалдең мәктәп этаптарында еңеүсе 9 ғаилә командаһы район үҙәгенә йыйылып, көс һынашты. Улар етеҙлектә, сослоҡта үҙҙәрен һынаны: быйма кейеп хоккей уйнаны, саңғы таяҡтары менән сана шыуҙы, тюбингта ла уҙышты.
Шулай итеп, иң шәп, етеҙ ғаилә булып Яҡуповтар ғаиләһе (Малаяҙ башҡорт гимназияһы) танылды.
2-се урынға Динисламовтар ғаиләһе (Янғантау урта мәктәбе) сыҡты. 3-сө урында – Ғәлимовтар (Торналы урта мәктәбе).
Еңеүселәр дипломдар, грамоталар, миҙалдар, сертификаттар менән бүләкләнде.
Яҡуповтар ғаиләһе Өфөлә үтәсәк “Яңы йыл ғаилә уйындары” республика фестивалендә Салауат районы данын яҡлаясаҡ.