Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
4 Март 2020, 17:35

"Рәсәй лидерҙары" конкурсы финалында - дүрт яҡташыбыҙ

“Рәсәй – мөмкинлектәр иле” президент платформаһының “Рәсәй лидерҙары” идарасылар бәйгеһенең “Һаулыҡ һаҡлау” специализацияһы буйынса финалсылар исемлеге билдәле булды.

“Рәсәй – мөмкинлектәр иле” президент платформаһының “Рәсәй лидерҙары” идарасылар бәйгеһенең “Һаулыҡ һаҡлау” специализацияһы буйынса финалсылар исемлеге билдәле булды.
Финалға 100 кеше сыҡҡан, уларҙың дүртәүһе Башҡортостандан.
Кисә улар илдең Һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко менән осрашты. Ул һаулыҡ һаҡлау системаһын һанлаштырыу, табип һөнәрен популярлаштырыу һәм башҡа мөһим мәсьәләләр тураһында һөйләгән.
Бәйгелә ҡатнашыусылар өсөн “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыу буйынса ҙур стратегик сессия ойошторолдо. Медицина фәндәре докторы Леонид Рошаль , шулай уҡ улар һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары, 2017-2018 йылдарҙа “Рәсәй лидерҙары” бәйгеһендә еңгән Олег Салагай, Федераль медик-биологик агентлыҡ етәксеһе Вероника Скворцова менән дә осрашып фекер алышҡан. Ярымфиналсылар өсөн бик күп саралар ойошторолған. Улар дискуссияларҙа, эшлекле уйындарҙа, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты, көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшерҙе.
“Рәсәй лидерҙары” конкурсы етәксеһе Алексей Комиссаров белдереүенсә, ғөмүмән, конкурстың “Һаулыҡ һаҡлау” специализацияһына 9745 медицина хеҙмәткәренән ғариза ебәрелгән. Улар эшләп йөрөгән табиптар һәм һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороусылар.
“Ярымфиналда ҡатнашыусылар ҡыҙыҡлы социаль проекттар тәҡдим итте. Беҙ 100 кешене финалға һайлап алдыҡ. Һынауҙарҙан һуң 30 кеше был специализацияла еңеүсе тип табыласаҡ. Уларҙың унауһы “Рәсәй лидерҙары” конкурсының суперфиналына үтәсәк”, – тине ул.
Шулай итеп, финалға Башҡортостандан Динар Ғабдрахманов (“Мать и Дитя” клиник госпитале), Гөлнара Иҙрисова (Республика кардиология үҙәге), Артем Изосимов (Башҡорт дәүләт медицина университеты) һәм Богдан Олейник (Республика кардиология үҙәге).
Читайте нас: