Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
4 Февраль 2020, 18:06

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһының талисманын билдәләү конкурсы иғлан ителде

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһының талисманын билдәләү конкурсы иғлан ителде.

Бер кеше конкурсҡа өс эш тәҡдим итә ала. Әгәр баһалама комиссияһы һеҙҙең эште иң яҡшыһы тип иҫәпләп, еңеүсе итеп билдәләй икән, аҡсалата приз менән дә бүләкләнәсәкһегеҙ.

Ижади бәйгелә ҡатнашыр өсөн иҫәп алыуҙың рәсми сайтында теркәлеп, инстаграмдағы үҙегеҙҙең шәхси сәхифәгеҙҙә ҡуйылған эшегеҙҙең һылтанмаһын беркетегеҙ.

Яҙмағыҙҙа ошо һылтанма @strana2020 менән #талисман_перепись хештегын ҡуйырға онотмағыҙ.

Конкурсҡа эштәрҙе ҡабул итеү 10 февралгә ҡәҙәр бара, ә һөҙөмтәләр 28-ендә билдәле буласаҡ.

Тулыраҡ мәғлүмәт менән түбәндәге һылтанма буйынса рәсми сайтта танышырға мөмкин:

https://www.strana2020.ru/contest/talisman/

#перепись #ВПН2020 #переписьнаселения
Читайте нас: