Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
14 Ғинуар 2020, 17:54

"Ауыл уҡытыусыһы" программаһы буйынса ғаризалар ҡабул итеү башланды

“Ауыл уҡытыусыһы” программаһына ярашлы, федераль аҡсаға 55 йәшкәсә педагогтар дәғүә итә ала.


“Ауыл уҡытыусыһы” программаһына ярашлы, федераль аҡсаға 55 йәшкәсә педагогтар дәғүә итә ала.

Владимир Путин 2019 йылдағы Мөрәжәғәтнамәһендә бәләкәй ҡалаларға һәм ауылдарға барып эшләр өсөн "Ауыл уҡытыусыһы" программаһын тормошҡа ашырырға тәҡдим иткәйне.

Ошо көндәрҙә “Ауыл уҡытыусыһы” программаһының конкурс һайлап алыуында ҡатнашыу өсөн ғаризалар ҡабул итеү башланды. Ғаризаларҙы 2020 йылдың 10 ғинуарынан 15 апреленә тиклем ебәрергә кәрәк, тип хәбәр итә республика Мәғариф министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Программа балалар баҡсалары тәрбиәселәренә, шулай уҡ, уҡытыусыларҙан тыш, башҡа педагогик хеҙмәткәрҙәргә ҡағылмай.
"Башинформ".
Читайте нас: