“Йүрүҙән” гәзите быйыл да гәзит уҡыусылар араһында шиғри конкурс үткәрә.
Конкурстың шарты ябай: шиғырҙар ҡыҙыҡлы булһын, ул 4 куплеттан да артмаһын. Эштәрҙе 23 декабргә тиклем ҡабул итәбеҙ. Йәш буйынса сикләүҙәр юҡ. Шиғырҙарҙы гәзиттең электрон почтаһына – iyryzan@mail.ru, “Бәйләнештә” “Йүрүҙән” төркөмөнә ебәрергә йәки редакцияға килтерергә кәрәк.
Шиғырҙар “Бәйләнештә” “Йүрүҙән” төркөмөнә ҡуйылып, иң күп тауыш йыйған шиғыр авторын Ҡыш бабай бүләге менән билдәләйәсәкбеҙ.