Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
9 Ноябрь 2019, 19:00

Янғантауҙар - "Байыҡ"та

“Байыҡ-2019” башҡорт бейеүе республика телевизион конкурсының финалына һайлап алыу бара. Беҙҙең райондан был бәйгелә «Янған-тау» шифаханаһының «Янған-тау» халыҡ эстрада-фольклор ансамбле ҡатнаша. Улар финалға сығыу өсөн Стәрлетамаҡ, Учалы райондарының ансамблдәре менән бер сәхнәлә көс һынашасаҡ. Уларҙың сығышын 9 ноябрҙә 20:30 сәғәттә күрһәтәсәктәр. Конкурстың Гала-концерты 6 декабрҙә "Башҡортостан" дәүләт концерт залында үтә.

“Байыҡ-2019” башҡорт бейеүе республика телевизион конкурсының финалына һайлап алыу бара.
Беҙҙең райондан был бәйгелә «Янған-тау» шифаханаһының «Янған-тау» халыҡ эстрада-фольклор ансамбле ҡатнаша. Улар финалға сығыу өсөн Стәрлетамаҡ, Учалы райондарының ансамблдәре менән бер сәхнәлә көс һынашасаҡ. Уларҙың сығышын 9 ноябрҙә 20:30 сәғәттә күрһәтәсәктәр. Конкурстың Гала-концерты 6 декабрҙә "Башҡортостан" дәүләт концерт залында үтә.
Читайте нас: