Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
3 Май 2019, 17:36

Афарин, Аделя!

Быйылғы “Сулпылар”ҙа республиканың төрлө район-ҡалаларынан килгән 120-нән ашыу ҡыҙ-малай бәйге тотто. Йыр-моң конкурсының икенсе турына 40 баланы һайлап алдылар. Улар араһында Комсомол ауылынан Аделя Ғарипова ла бар.

Моң донъяһын үҙ иткән Аделяға ни бары алты йәш булыуға ҡарамаҫтан, был йүнәлештә уның уңыштары етерлек. Һәләтле ҡыҙыҡай дүрт йәштән ҙур сәхнәләрҙә сығыш яһап, тамашасыларҙы иҫ киткес моңло тауышы менән һоҡландыра. “Звездопад”, “Яҙғы тамсылар”, “Дан минуты” һәм башҡа конкурстар призеры яңыраҡ Балаҡатай районында үткән төбәк-ара йыр бәйгеһендә Гран-при яуланы.

Аделя “Сулпылар”ҙа ла һынатманы. “Янғантау” балалар баҡсаһының музыка етәксеһе Лилиә Әғиҙуллина менән шөғөлләнеп, ул конкурстың икенсе турына үтте. Моңло тауышлы ҡыҙ жюри ағзаларының иғтибарына “Ҡарабай” халыҡ йырын тәҡдим итте. Уға уңыштар теләйбеҙ!
Читайте нас: