“Байыҡ” телевизион конкурсы – башҡорт бейеүенә дан йырлау байрамы ул. Үкенескә күрә, һуңғы арала, Салауат районында оҫта бейеүселәр булып та, үҙҙәренең һәләттәрен республика сәхнәһендә күрһәтергә, ҙур конкурста һынап ҡарарға теләүселәр кәмене.
Шуға ла "Байыҡ" бейеү бәйгеһенең һайлап алыу турында Салауат районынан Зөһрә Әхтәрова, Алия һәм Салауат Алтынбаевтар, “Янғантау” халыҡ эстрада-фольклор ансамблен күреп, күптәр шатланғандыр. Салауаттар был бәйгегә етди әҙерләнде. “Янғантау” шифаханаһы етәкселеге ансамблде конкурсҡа әҙерләү өсөн Өфөнән тәжрибәле хореограф Сулпан Асҡарованы саҡырып, улар жюри ағзаларының иғтибарына өр-яңы “Алтын балыҡ” бейеүен тәҡдим итте. Шифахана бейеүселәренән һәм Янғантау ағинәйҙәренән торған ансамбль мәрәкәле бейеүҙе шул тиклем оҫта итеп башҡарғас, баһалама ағзалары бер тауыштан 10-ар балл ҡуйҙы. Арҡауыл һылыуы Зөһрә лә барыһын да сығышы менән һоҡландыра алды. Әммә башҡорт халыҡ бейеүҙәрен тергеҙеү маҡсатын алған бәйгегә уның бейеүе бик үк тура килмәүен билдәләп үтте жюри ағзалары. Киләсәктә Зөһрәне тағы ла ҙур сәхнәләрҙә күрербеҙ, тип ышанабыҙ.
Шулай итеп, “Янғантау” халыҡ эстрада-фольклор ансамбле һәм Алтынбаевтар дуэты бәйгенең икенсе турына үтте. Улар яңы бейеү әҙерләп, август-сентябрь айҙарында конкурстың икенсе турында сығыш яһаясаҡ. Салауат районы бейеүселәренә уңыштар теләйбеҙ!