Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
10 Апрель 2019, 14:32

Диана – “Һылыуҡай”ҙың финалында

Өфөлә “Һылыуҡай – 2019” матурлыҡ конкурсының һайлап алыу туры үтте. Уларҙың араһында Малаяҙ ауылынан Диана Шөғәйепова ла бар. Бер нисә йыл элек был конкурста ҡатнашып, өсөнсө урын алған һылыу яҡташыбыҙ ҡабаттан үҙ бәхетен һынап ҡарарға булған.

Өфөлә “Һылыуҡай – 2019” матурлыҡ конкурсының һайлап алыу туры үтте. Республика район-ҡалаларынан килгән ҡыҙҙар жюри ағзалары алдында һынау тотто.

Быйыл конкурстың шарттары буйынса, “Һылыуҡай”ҙа быға тиклем ҡатнашҡан ҡыҙҙарға йәнә үҙҙәрен һынап ҡарау мөмкинлеге бирелде. Кастингтың тәүге өлөшөндә улар үҙҙәре менән таныштырһа, киләһе этапҡа үтеүселәр ижади һәләттәрен күрһәтте. Дефилела сығыш яһау ҙа ҡуйылған талаптарҙың береһе булды. Жюри ағзалары ҡыҙҙарҙың тышҡы ҡиәфәтен генә түгел, ә саф башҡорт телендә һөйләшеүен, тыуған мәҙәниәтен белеүен дә баһаланы. Һөҙөмтәлә конкурстың финалына 11 һылыуҡай һайлап алынды. Уларҙың араһында Малаяҙ ауылынан Диана Шөғәйепова ла бар. Бер нисә йыл элек был конкурста ҡатнашып, өсөнсө урын алған һылыу яҡташыбыҙ ҡабаттан үҙ бәхетен һынап ҡарарға булған.

– Конкурстың финалына сығыуыма бик шатмын. Ҡыҙҙар менән өс аҙна “Азимут” отелендә йәшәп, конкурсҡа иртәнән алып, кискә тиклем ныҡлап әҙерләнәсәкбеҙ. Фитнес залда шөғөлләнеп, репетицияларға йөрөйәсәкбеҙ, шулай уҡ төрлө райондарҙа фотосессиялар ойоштороу күҙаллана, – тине Диана.

Конкурстың финалы 27 апрелдә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында үтәсәк. Дианаға уңыштар юлдаш булыуын теләйбеҙ!
Читайте нас: