Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
2 Апрель 2019, 16:26

“Йүрүҙән”дең махсус бүләге – Арина Абдрафиҡоваға!

“Мини-мисс – 2019” бәйгеһе сиктәрендә гәзиттең рәсми төркөмөндә тауыш биреү уҙғарылды. Барыһы 2252 кеше ҡатнашҡан тауыш биреү бик йәнле барҙы. Һөҙөмтәлә 489 тауыш менән Ишембай һылыуы Арина Абдрафиҡова еңеүсе тип танылды.

Районда уҙғарылған гүзәллек бәйгеһе менән бер рәттән “Йүрүҙән” гәзите редакцияһы ла йыл һайын үҙ һылыуҡайын билдәләп үтә.

Быйыл һылыуҡайҙар араһында “Йүрүҙән һылыуы”н билдәләһәк, кескәй сибәр­кәйҙәрҙән дә “Интернет һылыуҡай”ын асыҡларға булдыҡ. Район мәҙәниәт йортонда уҙғарылған “Мини-мисс – 2019” бәйгеһе сиктәрендә гәзиттең рәсми төркөмөндә тауыш биреү уҙғарылды. Барыһы 2252 кеше ҡатнашҡан тауыш биреү бик йәнле барҙы. Һөҙөмтәлә 489 тауыш менән Ишембай һылыуы Арина Абдрафиҡова еңеүсе тип танылды. Малаяҙҙан Аделина Нәбиуллина унан бер ни тиклем ҡалышып, 469 тауыш йыйҙы.

“Мини-мисс – 2019” бәйгеһенең аҙағында Аринаны тәбрикләп, гәзиттең махсус бүләген һәм Дипломын тапшырҙыҡ.

Артабан да “Бәйләнештә” селтәренең “Йүрүҙән” гәзите” төркөмөндә ҡыҙыҡлы конкурстар уҙғарыласаҡ. Һеҙ ҙә төркөмгә ҡушылып, район яңылыҡтары менән таныша, төрлө конкурстарҙа ҡатнаша алаһығыҙ.
Читайте нас: