Башҡортостанда ҙур популярлыҡ яулаған “Йөрәк һүҙе” телепроекты бөгөн киң ҡолас алып, һәр районда, һәр ауылда тиерлек үткәрелә башланы. Проектты башлап ойоштороусы – билдәле режиссер Наилә Сәфәрғолова. Уның маҡсаты – туған телебеҙҙе пропагандалау, яҡлау һәм һаҡлау.
Салауат Юлаев музейында ла Башҡортостандың бер быуатлыҡ юбилейы һәм Мостай Кәримдең тыуыуының 100 йыллығына арналған “Йөрәк һүҙе” поэтик конкурсы үтте. Шиғри бәйгелә район ауылдарынан 23 дуэт ҡатнашырға теләк белдерҙе. Ҡатнашыусылар бөйөк шағирыбыҙ Мостай Кәримдең шиғри әҫәрҙәрен ҙур оҫталыҡ менән башҡарҙы.
Шулай итеп, районыбыҙҙа үткән “Йөрәк һүҙе” еңеүсеһе тип Урмансы ауылынан Азамат Солтанов һәм уның ҡыҙы Наҙгөл танылды. Икенсе урынды Иҙристән әсәле-ҡыҙлы Илзиә һәм Элина Баһауетдиновалар алды. Өсөнсө урынға Лағыр ауылынан Венера Ситдиҡова менән Айгөл Шафиҡова һәм Малаяҙҙан Мәрйәм Солтанова менән Илнар Хәсәнов сыҡты.
Тамашасылар һөйөүе призына Мәсетле ауылынан иң өлкән ҡатнашыусы Нәсимә Мырҙакамалова лайыҡ булды. Бөтә конкурсанттарға Дипломдар, Салауат Юлаев музейы һәм район мәғариф бүлегенән китаптар тапшырылды.