Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
2 Апрель 2019, 16:14

Бәләкәй булһалар ҙа, һылыу һәм һәләтле улар

Районда икенсе тапҡыр уҙғарылған “Мини-мисс – 2019” бәйгеһе быйыл туғыҙ бәләкәй һылыуҙы үҙ янына йыйҙы.

Районда икенсе тапҡыр уҙғарылған “Мини-мисс – 2019” бәйгеһе быйыл туғыҙ бәләкәй һылыуҙы үҙ янына йыйҙы. Сәхнәгә сыҡҡан билдәле йәнһүрәт принцессалары булып кейенгән ҡыҙҙар, әйтерһең, мөғжизәле әкиәт донъяһынан килгән серле һылыуҙар ине.

Конкурс барышында улар тышҡы ҡиә­фәттәре менән генә түгел, ә эске донъялары, шөғөлдәре, һәләттәре менән ысын прин­цессалар икән­дәрен дәлилләне. Һылыуҙан да һылыу ҡыҙҙар өҙҙөрөп бейене, моңло итеп йырланы, төрлө ҡалдыҡ мате­риалдан эшлән­гән ғәжәп күл­дәктәр менән сәхнәгә сығып, таң ҡалдырҙы, матурлыҡтары, һөй­көмлөлөктәре менән күңелдәрҙе арбаны.

Шундай матур байрамды ойошторған, конкурсанттарҙы бәйгегә әҙерләгән район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәренең, ата-әсәләрҙең тырышлығы маҡтауға лайыҡ. Шулай уҡ сараның йәнле үтеүендә алып барыусы Олег Сергеевтың өлөшө ҙур булыуын билдәләп үтке килә. Гүзәллек бәйгеләрен алып барған ир уҙаманы телгә лә, юморға ла бай булып сыҡты, ҡыҙҙарҙың сәхнәгә сыҡҡанын көткән арала, ул тамашасыларҙың күңелен күтәрҙе.

Шулай итеп, конкурстың еңеүсеһе тип Малаяҙҙан Аделя Сәмиғуллина танылды. Вице-мисс исеменә шулай уҡ район үҙәгенән Кристина Баймөхәмәтова лайыҡ булды. “Һоҡланғыс һылыуҡай” – Лаҡлынан Зарема Хәбибуллина, “Илһамлы һылыуҡай” – Ахундан Лилиана Йыһанғәлина, “Артист һылыуҡай” – Торналынан Самира Әхмәҙиева, “Һәләтле һылыуҡай” – Ишембайҙан Арина Абдрафиҡова, “Ҡупшы һылыуҡай” – Исламия Сәхәүетдинова, “Йылмайыусан һылыуҡай” – Малаяҙҙан Аделина Нәбиуллина, “Принцесса һылыуҡай” номинацияһында ошо уҡ ауылдан Индира Мирхәйҙәрова еңеү яуланы. Һылыуҡайҙарға иҫтәлекле бүләктәр һәм Дипломдар тапшырылды.
Читайте нас: