Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
19 Март 2019, 14:15

Таланттар еңеү яулай

Балалар сәнғәт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре февраль-март айҙарында төрлө ижади конкурстарҙа уңышлы сығыш яһаны.

"Йәш таланттар – 2019"

Оло Ыҡтамаҡ ауылында “Йәш таланттар –2019” Бөтә Рәсәй Арт-проектының һайлап алыу туры үтте. Уҡыусыларҙың сығышын Өфө сәнғәт училищеһы педагогтары баһаланы. Кәмилә Абдуллина һәм Ульяна Юркова (етәксеһе Радик Ханов) һуҡма музыка ҡоралдарында уйнап, конкурс дипломанты исеменә лайыҡ булды. Мансур Солтанов (етәксеһе Р.Ханов, концерт­мей­стеры С. Заһиҙуллина) икенсе урын яуланы. Илнур Имаев ҡурайҙа уйнап (Р. Нурмөхәмәтов), һәм Уралия Таһирова сәхнә йырын башҡарып (Р. Ғәлимова) өсөнсө урын алыуға өлгәште. Әле улар яҙғы каникулда Өфө ҡалаһында уҙасаҡ финал этабына әҙерләнә.


“Һары ботинкалар” джаз фестивале

Күптән түгел Өфөлә балалар һәм үҫмерҙәр араһында “Һары ботинкалар” VII Бөтә Рәсәй джаз музыкаһы фестиваль-конкурсы үтте. Ҡатнашыусыларҙы иң яҡшы джаз йырсылары баһаланы. Нәзилә Әхтәрова һәм Ләйлә Һаҙыева (һүрәттә) составындағы фортепиано дуэты уңышлы сығыш яһап, I дәрәжә дипломант исемен алды. Һуҡма музыка инструментында уйнаусы Мансур Солтанов иһә I дәрәжә лауреат булып, конкурстың Гала-концертына саҡырыу алды.

“Башҡортостан таланттары”
"Башҡортостан таланттары” V Бөтә Рәсәй конкурсында Балалар сәнғәт мәктәбенең Арҡауыл бүлексәһе тәрбиәләнеүселәре Илнар Ғайнанов, Алһыу Мөхәмәтйәнова, Юлиә Юлдашева, Элиза Закирова (И. Хәйруллина) һәм “Гөлназ” бейеү ансамбле ( Г. Ишалина) уңышлы сығыш яһап, конкурс дипломанты булды.

Балаларҙы һәм уларҙың етәкселәрен уңыштары менән ҡотлап, яңынан-яңы үрҙәр, ижади уңыштар теләйек.

Светлана Заһиҙуллина,

Балалар сәнғәт мәктәбе

директоры урынбаҫары.
Читайте нас: