Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
19 Март 2019, 13:37

Аҫыл ҡоштарыбыҙ һеҙ, Салауат һылыуҙары!

Район мәҙәниәт йортонда “Район мисы – 2019” гүзәл­лек бәйгеһе ойош­торолдо. Райо­ныбыҙҙың төрлө ауылдарынан килгән ҡыҙҙар һылыу ҙа, уңған да, һәләтле лә, белемле лә булыуҙарын иҫбатларға тырышып, һынау тотто.

Яҙ миҙгеленең йәмле март көнөндә район мәҙәниәт йортонда “Район мисы – 2019” гүзәл­лек бәйгеһе ойош­торолдо. Райо­ныбыҙҙың төрлө ауылдарынан килгән ҡыҙҙар һылыу ҙа, уңған да, һәләтле лә, белемле лә булыуҙарын иҫбатларға тырышып, һынау тотто.

Иң тәүҙә жюри ағзалары һылыуҡайҙар әҙерләгән күргәҙмә менән танышты. Ниһайәт, сәхнәлә һигеҙ һылыу күренде. “Визитка”ла, таныштырыу конкурсында, ҡыҙҙар үҙҙәре, ғаиләләре һәм ғаилә йолалары тураһында төшөрөлгән видеояҙманы тамашасылар иғтибарына тәҡдим итте. “Мин – дизайнер” конкурсында улар ҡалдыҡ материалдан үҙҙәре эшләгән күлдәктәр менән сәхнәгә сығып, барыһын да һоҡландырҙы. Торналынан Ольга Скорнякова аҡ, ялтырауыҡ полиэтилендан яһалған күлдәге менән Ҡарһылыуҙы хәтерләтеп, башҡаларҙан айырылып торҙо.

Артабан ҡыҙҙар һәләттәрен күрһәтте. Малаяҙҙан Гөлнәзирә Юлдашбаева, Янғантауҙан Айһылыу Ғимранова башҡорт ҡыҙҙары бейеүҙәре менән күңелде арбаны. Һөйкөмлөлөгө һәм башҡорт ҡыҙҙарына хас баҫалҡылығы менән айырылып тороусы Мәсетле һылыуы Гөлшат Исламғолованың моңло йыры күңелдәрҙең иң нескә ҡылдарын тирбәтте. Мөрсәлимдән Лилиә Ғәзимова шиғыр һөйләһә, Йонос һылыуы Диана Ғимранова – йыр, Ольга Скорнякова – Театр йылына арналған инсценировка, ә Арҡауылдан Руслана Деловерова вальс башҡарҙы. Шулай уҡ Малаяҙ ауылынан Алена Иҡсанованың моңло тауышы, дәртле сығышы тамашасыларға бик ныҡ оҡшаны.

Жюри ағзалары ҡыҙҙарҙың белемен, отҡорлоғон, телмәргә оҫталығын һынаны. Һылыуҙар республикабыҙҙың, Салауат районының тарихына бәйле булған һорауҙарға яуап бирҙе, арҙаҡлы шәхестәр, ҡалаларҙы һанап үтте. Был һынауҙа Гөлнәзирә менән Гөлшат тапҡырлыҡтары менән айырылып торҙо. Ә шулай ҙа ҡайһы бер конкурсанттарҙың яҡташыбыҙ Рәми Ғариповтың халыҡ шағиры булыуын белмәүе күңелде ҡырҙы.

“Дефиле”конкурсында – килешле киске күлдәктәрҙә бар ҡыҙҙар ҙа үҙҙәренең ысын һылыуҡай икәнен күрһәтте. Ә улар 70-се йылдарҙағы ретро көйҙәргә бейеү башҡарғанда, күптәр үҙҙәренең йәшлек осорон хәтерләгәндер.

Шулай итеп, конкурстың Гран-при тажына лайыҡ тип Гөлнәзирә Юлдашбаева иғлан ителде. Вице-мисс исеменә Алена Иҡсанова, “Һоҡланғыс һылыу” – Диана Ғимранова, “Илһамлы һылыу” Айһылыу Ғимранова, “Һәләтле һылыу” – Руслана Деловерова, “Артист һылыу” – Ольга Скорнякова, “Нәзәкәтле һылыу” – Гөлшат Исламғолова, “Йылмайыусан һылыу” номинацияһында Лилиә Ғәзимова еңеүсе булды.


“Йүрүҙән” гәзите быйыл да “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге төркөмөндә үҙ һылыуҡайын билдәләр өсөн тауыш биреү уҙғарҙы. Өс көн барған интерактив бәйгелә 265 тауыш менән Янғантауҙан Айһылыу Ғимранова “Йүрүҙән һылыуы” исемен яуланы. Һылыуҡайға Диплом һәм гәзиттең махсус призы тапшырылды.
Читайте нас: