Лағыр ауылы мәҙәниәт йортонда Хәбир Ғәлимов исемендәге “Оҙон көй” башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларының район конкурсы үтте.
Конкурста 10 башҡарыусы ҡатнашты. Сәхнәнән башҡорт халҡының мәшһүр йырҙары “Сибай”, “Азамат”, “Һандуғас”, “Рәйхан”, “Таштүрә” яңғыраны. Шулай уҡ “Оҙон көй”ҙөң башҡа йылдар еңеүселәре һәм призерҙарының да башҡарыуында халыҡ йырҙары күңелдәргә хуш килде.
Конкурс һөҙөмтәһе буйынса Урмансы ауылынан Азамат Солтанов (һүрәттә – уңдан беренсе) I дәрәжә диплом, Арҡауылдан Ғәзим Абдуллин – II дәрәжә, Ишембайҙан Венер Ҡаҙырбаев III дәрәжә диплом менән бүләкләнде. Улар Ғафури районында үткән Зәки Мәхмүтов исемендәге башҡорт оҙон көйөн башҡарыусыларының республика конкурсында ҡатнашып ҡайтты.
район мәҙәниәт бүлеге методисы.