Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
5 Март 2019, 12:15

Еңеүгә дан йырҙары

Мәҙәниәт йортонда үткән “Бөйөк Еңеүҙе данлап” патриотик йырҙар конкурсының финалында быйыл 12 уҡыусы сығыш яһаны. Һуғыш йылдары йырҙарын башҡарыу аша йәштәрҙә илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләү маҡсатын алған йыр бәйгеһе йыл һайын ҙур кимәлдә уҙғарыла. Был сараны райондың мәҙәниәт бүлеге, “Шоңҡар” йәштәр һәм үҫмерҙәр клубы ойошторҙо.

Балалар һуғыш осорондағы, Еңеү шатлығы, борсолоуҙар, тетрәнеүҙәр менән һуғарылған үлемһеҙ йырҙарҙы ҙур оҫталыҡ менән башҡарҙы. Уҡыусылар Тыуған ил, әрме, тыныслыҡҡа арналған һуғыш йылдары йыр­ҙары менән һоҡлан­дырғыс итеп сығыш яһаны.

Конкурстың һу­ңында жюри ағзалары һөҙөмтәләр менән таныштырҙы. Йыр бәйгеһенең еңеүсеһе тип Янғантау мәктәбе уҡыусыһы Юля Суроваткина иғлан ителде. Торналынан Зарина Саҙретдинова һәм Мөрсәлимдән Эльвина Хәмиҙуллина –1-се урынға, Юля Гусева (МБГ) һәм Айгөл Искәндәрова (Таймый) 2-се урынға лайыҡ булды. Өсөнсө урынды Александр Чернышев (МБГ) һәм Кәмилә Шәрифуллина (Лаҡлы) алды. Мөрсәлимдән “Йәйғор” вокаль ансамбле еңеүсе булһа, “Әхирәттәр” дуэты (Йыланыш) – 2-се, ә “Патриоттар” төркөмө (һүрәттә) (Лағыр) 3-сө урынға сыҡты. Сарала ҡатнашыусыларға Дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Читайте нас: