Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
1 Март 2019, 13:34

“Яҙғы тамсылар”ҙа – һәләтле балалар

Район мәҙәниәт йортонда “Яҙғы тамсылар” йыр бәйгеһе ойошторолдо. Күңелдәргә яҙ һулышы бөрккән конкурста 17 мәктәптән барыһы 164 бала ҡатнашты.

Район мәҙәниәт йортонда “Яҙғы тамсылар” йыр бәйгеһе ойошторолдо. Күңелдәргә яҙ һулышы бөрккән конкурста 17 мәктәптән барыһы 164 бала ҡатнашты. Сара башында йәш йырсыларҙы Балалар ижады йорто директоры Ирина Ғилмийәнова һәм мәғариф бүлеге методисы Лилиә Шәрәфетдинова сәләмләне.

Малайҙар һәм ҡыҙҙар өс йәш категорияһында халыҡ һәм эстрада йырҙары менән сығыш яһаны. Башҡорт, рус, инглиз телдәрендә башҡарылған йырҙар тамашасыларҙың күңелен яуланы. Йыр бәйгеһендә шулай уҡ ансамблдәр ҙә булды. Уҡыусыларҙың моңло тауышы, сағыу кейемдәре һоҡландырҙы. Төрлө йәш категорияһында Арҡауылдан Иҙел Малиҡов, Балалар ижады йорто тәрбиәләнеүселәре Анна Чванова, Александр Чернышев, “Йылмайыу” вокаль ансамбле һәм Малаяҙ башҡорт гимназияһы уҡыусыһы Юлиә Гусева еңеүсе булды. Улар республика кимәлендә сығыш яһаясаҡ.


Читайте нас: