Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
31 Ғинуар 2019, 17:51

“Һаумы, һаумы, әкиәт!”

Малаяҙ балалар баҡ­саһында мәк­тәпкәсә йәш­тәгеләр ара­һында Театр йы­лына ба­ғыш­ланған “Һаумы, һаумы, әкиәт!” район конкурсы үтте.

Малаяҙ балалар баҡ­саһында мәк­тәпкәсә йәш­тәгеләр ара­һында Театр йы­лына ба­ғыш­ланған “Һаумы, һаумы, әкиәт!” район конкурсы үтте.

Дүртенсе йыл уҙғарылып килгән конкурстың маҡсаты – йәш әкиәтселәр мәктәбен тергеҙеү, халҡыбыҙҙың һәм донъяның башҡа халыҡтарының иң яҡшы халыҡ ижады өлгөләрен һаҡлау һәм таратыу, йәш быуында башҡорт халҡының тарихи һәм мәҙәни мираҫына һаҡсыл һәм ихтирамлы ҡараш тәрбиәләү.

Конкурста барлығы 95 бала ҡатнашты. Уларҙың бәйгелә күпләп булыуы яҡшы, тимәк, конкурс популярлаша бара. Уларҙың артислыҡ һәләттәре лә юғары. Яхъя, Ишембай, Тирмән башҡорт балалар баҡсалары бик әүҙем булды. Сәхнәгә ынтылған, зауыҡлы милли кейемдәр кейгән талантлы балалар сағыу сығыштары менән барыһын да һоҡландырҙы.

Малаяҙ ауылының 1-се һәм 2-се, Янғантау, Мөрсәлим, Ахун балалар баҡсаһы бик ентекле әҙерләнеүе менән айырылып торҙо. Сценарийҙың йөкмәткеһе лә, кескәйҙәрҙең сығышы ла юғары кимәлдә булды. Жюри талантлы балаларҙы күреп, һоҡланыуҙарын йәшермәне. “Үҙ фольклорын белгән һәм хөрмәт иткән яңы быуын үҫеп килгәндә, телебеҙ ҙә, тамырыбыҙ ҙа ҡоромаҫ”, – тигән фекерҙә ҡалды баһалама ағзалары.

Шулай итеп, 1-се урын – 1-се “Ҡояшҡай” Малаяҙ балалар баҡсаһына (тәрбиәсеһе – Л. Вәлиева, музыкаль етәксеһе З. Әбүбәкирова), 2-се урындар – Янғантау балалар баҡсаһы (Ф. Ғиззәтуллина, Л. Әғиҙуллина), Мөрсәлим балалар баҡсаһы (Ф. Сәйетғәлина, Р. Исламетдинова) һәм 3-сө урындар Мәсетле мәктәбенең Ахун мәктәпкәсә төркөмө (И. Тажетдинова), 1-се Малаяҙ балалар баҡсаһы филиалына (һүрәттә) (Р. Бәширова, О. Могильникова) бирелде. Шулай уҡ номинацияларҙа еңеүселәр билдәләнде: “Актерлыҡ оҫталығы” – 1-се Малаяҙ балалар баҡсаһы филиалы (Т. Малаяҙы), “Оригиналь костюмдар” – Йыланыш балалар баҡсаһы (Е. Брагина), “Тамашасылар һөйөүе призы” Линария Сиражева – Яхъя мәктәбенең мәктәпкәсә төркөмө (Г. Ханнанова), “Традицияларҙы һаҡлағандары өсөн” – Мөрсәлим балалар баҡсаһы филиалы (З. Ғәббәсова).
Читайте нас: