Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
23 Октябрь 2018, 14:57

Изге һөнәрҙе – быуындан быуынға

Басировтар һәм Шаһиморатовтарҙың уҡытыусылар динас­тияһы вәкил­дәре республика кон­курсында ҡатнашты

Өфөлә М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты БР Мәғариф минис­трлығы менән бер­лектә “Башҡор­тостандың иң яҡшы педагогик динас­тияһы” республика конкурсын уҙғарҙы. Был мәртәбәле бәйге 2012 йылдан алып Уҡытыусылар көнө уңайынан йыл һайын үтә. Конкурстың тәүге турында 100-ҙән ашыу династия ҡатнашһа, икенсе турына шуларҙың 77-һе үтте.
Беҙҙең район данын икенсе турға үткән Мәсетле, Ахундан Басировтар, Урмансы ауылынан Шаһиморатовтар династиялары вәкилдәре яҡланы. Улар абруйлы жюриға видеопрезентация күрһәтте, үҙ династияларын яҡлап сығыш яһаны, шәжәрәләре менән таныштырҙы.
– Басировтар династияһының дөйөм педагогик стажы – 370 йыл. Уға Нәғимә Хәбир ҡыҙы нигеҙ һалған, – ти конкурста ҡатнашыусы, Ахун төп мәктәбе уҡытыусыһы, филиал мөдире Лена Сәхәүетдинова. – Династиябыҙҙа 9 математика уҡытыусыһы бар: Рәйфә, Рәйлә, Әлфирә Ғәйетҡол ҡыҙҙары, өсөһө – Гүзәл Ғәфүр ҡыҙы, Хәйҙәр Әйүп улы, Илдар – математика фәндәре кандидаттары, мин – Лена Алис ҡыҙы, шулай уҡ мәрхүмә булған Нәғимә, Рәхимә Хәбир ҡыҙҙары Басировалар ҙа теүәл фәндәрҙе уҡытыусылар рәтенә керә. Лариса Алис ҡыҙы, династияла иң кесебеҙ Лилиә Ринат ҡыҙы башланғыс кластарға белем бирә. Арабыҙҙа завучтар ҙа, директорҙар ҙа булып эшләгәндәр бар. Конкурсҡа күмәкләп барҙыҡ. Материалдарҙы коллегам, тарих уҡытыусыһы Заһиҙә Мырҙакамалова әҙерләргә ярҙам итеште. Барыһына ла рәхмәтлемен. Беҙҙең династия “Быуындан быуынға” номинацияһында өсөнсө урын алып ҡайтты.
Дөйөм педагогик стажы 450 йылға яҡын Шаһимо­ратов­тар династияһы менән Фәриә Ноғаманова таныштырҙы. Ул үҙе утыҙ йыл Урмансы мәктәбендә уҡытып, ике йыл Малаяҙ башҡорт гимна­зия­һында эшләп, хәҙер Өфөлә 160-сы лицейҙа башланғыс кластарға белем бирә.
– Урмансы ауы­лында Хәбибулла Шаһиморатов тигән бай мулла булған. Совет осоронда, ауыл­да мәктәп асып, балаларҙы уҡытҡан, – тине Фәриә Ҡасим ҡыҙы үҙенең педагогтар династияһын башлаусы ике туған бабаһы хаҡында. – Ул Зәки Вәлиди менән бергә уҡыған, дуҫ булғандар, шуға ла Хәбибулланы 1931 йылда ҡулға алып, аталар. Ғаиләһен ике ҡатлы йортонан ҡыуып сығарып, мөлкәтен тартып алалар. Балалары күрше ауылда үҫә. Ауырлыҡтарға ҡарамай, Гүзәл һәм Сажиҙә ҡыҙҙары Мәсәғүт педучилищеһында уҡытыусыға уҡыйҙар. Гүзәл апай 35 йыл Тирмән мәктәбендә башланғыс кластарҙан уҡытты, уның ҡыҙы Ләбибә Фәссәхова шунда тарих уҡытыусыһы булып 30 йылға яҡын эшләне. Сажиҙә апай 40 йыл Учалы районында математика һәм физика уҡытты, РФ-ның халыҡ мәғарифы алдынғыһы.
Хәбибулланың ағаһы Хисмә­тулланың ҡыҙы Мәрфуға – беҙҙең нәҫелдең иң оло ағинәйе. Ул Арғаяш педучилищеһын бөтөп, 50 йыл республиканың төрлө мәктәптәрендә башланғыс кластарҙа уҡытҡан.
Артабан туған-тыумасалар араһында ла династияны дауам итеүселәр бар, балаларыбыҙ ҙа беҙҙең юлды һайланы. Дүрт быуынды 21 уҡытыусы бәйләй. Әлегә беҙҙең педагогтар династияһы тураһында мәғлүмәт тулы түгел – артабан өйрәнергә кәрәк.
Ф. Ноғамановаға конкурста, яҡлаусы төркөм булараҡ, уҡытыусы килене Гүзәл менән ейәнсәре Нургизә сығыш яһашты. Шаһиморатовтар династияһы “Быуындан быуынға” номинацияһында ҡатнашып, сертификат менән бүләкләнде.
Читайте нас: