Икенсе тапҡыр үткәрелгән йыр бәйгеһендә төньяҡ-көнсығыш райондары һәм Свердловск өлкәһе йырсылары шансон, бард йыры, эстрада, рэп, рок һәм башҡа жанрҙарҙа сығыш яһаны. Конкурсанттарҙың сығышын билдәле композиторҙар, оҫта йырсылар, төрлө конкурстар еңеүселәре, шул иҫәптән яҡташтарыбыҙ Сәйет Сәйетғәлин һәм “Йәнле ҡыл- 2017” фестивале еңеүсеһе Адик Шәйәхмәтов баһаланы. Лағыр ауылынан Ранис Хәкимов рэп башҡарып, моңло тауышы менән тамашасыларҙың һөйөүен яуланы. Ул 1-се урынға лайыҡ булды. Еңеүселәргә Диплом, кубок һәм бүләктәр тапшырылды.