Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
7 Май 2018, 15:40

Оло йәштәгеләр тормошто ярата

Ете йыл элек республикала оло йәштәгеләрҙең “Мин яратам һине, тормош!” фестивале уҙғарыла башлағас, салауаттар уға теләп ҡушылды.

Ете йыл элек республикала оло йәштәгеләрҙең “Мин яратам һине, тормош!” фестивале уҙғарыла башлағас, салауаттар уға теләп ҡушылды.
Быйыл республика конкурсының зона этабы Дыуан районында үтте. Сарала Дыуан, Балаҡатай, Салауат, Мәсетле, Ҡыйғы райондарының ансамблдәре сығыш яһаны.
Салауат районынан “Илһам” (етәксеһе – Илнур Вәлиев) халыҡ вокаль ансамбленең сығышы барыһына ла оҡшаны. Жюри ағзалары салауаттарҙың сығышын маҡтап телгә алып, иң яҡшылар рәтенә индерҙе.
Фестиваль өлкән быуындың ижади эшмәкәрлегенә йәмғиәттең иғтибарын йәлеп итеү, уларҙың һәләтен үҫтерергә ярҙам итеү, интеллектуаль һәм ижади потенциалын мәҙәниәттә ҡулланыу һәм, әлбиттә, талантлыларҙы асыҡлау маҡсатында үткәрелә.
Үҙҙәренең йәштәрен, йорт мәшәҡәттәрен онотҡан оло быуын вәкилдәре был көндө йәштәрҙән дә уҙҙырҙы. Сәхнәгә бер-бер артлы бейеүселәр, йырсылар, нәфис һүҙ оҫталары күтәрелде. Оло йәштә булһалар ҙа, әле дәрттәре һүрелмәгән бейеүселәр сәхнәлә һелкетеп бейене. Тамаша залы халыҡ, эстрада йырҙарына, музыка ҡоралдары моңдарына күмелде. Тамашасылар һәр сығышты алҡыштар менән дәртләндерҙе.
Зона ярыштары уҙғарылғандан һуң, конкурстың Гала-концерты Өфө ҡалаһында октябрҙә үткәреләсәк.
Читайте нас: