Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
4 Май 2018, 10:49

Инновацион майҙансыҡ һөҙөмтә бирә

1-се Малаяҙ урта мәктәбе быйыл йәнә уҡытыусыларҙың тәжрибә уртаҡлашыу, яңы стандарттарҙы, методикаларҙы өйрәнеү майҙан­сығына әүерелде. Былтыр был сара республика кимәлендә уҙғарылһа, быйыл ул яңы баҫҡысҡа күтәрелеп, Бөтә Рәсәй фәнни-практик конфе­ренцияһы булараҡ ойошторолдо.

1-се Малаяҙ урта мәктәбе быйыл йәнә уҡытыусыларҙың тәжрибә уртаҡлашыу, яңы стандарттарҙы, методикаларҙы өйрәнеү майҙан­сығына әүерелде. Былтыр был сара республика кимәлендә уҙғарылһа, быйыл ул яңы баҫҡысҡа күтәрелеп, Бөтә Рәсәй фәнни-практик конфе­ренцияһы булараҡ ойошторолдо.
2015-2018 йылдарҙа эшләгән инновацион майҙансыҡтың йомғаҡлау конференцияһы “Лингвистик дисциплиналарҙың теорияһы һәм уҡытыу методикаһы” темаһына арналды. Сарала Силәбе, Свердловск өлкәләренән, Баймаҡ, Дыуан, Хәйбулла, Мәсетле райондары, Өфө ҡалаһынан килгән һәм Салауат районының башҡорт, рус, инглиз теле уҡытыусылары ҡатнашты.
Конференцияның беренсе өлөшөндә уҡытыусылар Гүзәл Назарова, Айгөл Фәхретдинова, Әлфиә Кәримова, Ләйлә Сәмиғуллина, Венера Блиновских, Лилиза Сафина, Эльза Шакирова яңы технологияларға нигеҙләнеп, заман талаптарына ярашлы асыҡ дәрестәр күрһәтте. Был дәрестәрҙе сит райондарҙан, өлкәләрҙән килгән уҡытыусылар юғары баһаланы. Фестивалдә ҡатнашыусылар өлгөлө педагогтар Гөлнара Аҡтуғанова, Венера Блиновских, Әлфиә Кәримованың оҫталыҡ дәрестәрен ҡарап, үҙҙәренә бик күп яңы мәғлүмәттәр алды. Шулай уҡ башҡа уҡытыусыларҙың төрлө актуаль темаларға сығыштары фәһемле булды.
Сараның пленар өлөшөндә, “түңәрәк өҫтәл” артындағы һөйләшеүҙә фестивалдә ҡатнашыусылар баш­ҡарылған эштәргә йомғаҡ яһаны, артабанғы эште планлаштырҙылар. Профессор, педагогия фәндәре докторы Рәйсә Дәүләтбаеваның кәңәштәрен, мәктәп директоры Әлфиә Кәримованың, район мәғариф бүлегенең методик кабинеты мөдире Сергей Гусев һәм Мәсетле, Баймаҡ райондары вәкилдәренең сығышын тыңланылар. Шулай уҡ һөйләшеү барышында уҡыу сифатына сағыштырмаса анализ яһалды.
Инновацион майҙансыҡ булды­рылғандан бирле һөҙөмтәләр яҡшырғаны, балаларҙың олимпиада, конкурстарҙа юғарыраҡ һөҙөмтә күрһәткәне билдәләнде. Барыһы тарафынан да конференция юғары баһа алды.
Читайте нас: