Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
4 Май 2018, 10:16

Һандуғасың ары торһон... йәш йырсылар булғанда!

Район мәҙәниәт йортонда эстрада йырын башҡарыусылар араһында «Йәш тауыштар – 2018» район конкурсы уҙ­ҙы. Баһалама ағза­ларының һәм тама­шасыларҙың һөйөүен Торна­лынан Зарина Саҙ­рет­динова яулап, Гран-приға лайыҡ булды.

Район мәҙәниәт йортонда эстрада йырын башҡарыусылар араһында «Йәш тауыштар – 2018» район конкурсы уҙ­ҙы. Баһалама ағза­ларының һәм тама­шасыларҙың һөйөүен Торна­лынан Зарина Саҙ­рет­динова яулап, Гран-приға лайыҡ булды. Быйыл 31-cе тапҡыр уҙғарылған йыр бәйгеһе Башҡортостан халыҡтары телдәрендә милли эстрада йырҙарын үҫтереүгә һәм пропагандалауға, йәш башҡарыусылар араһында дуҫтарса бәйләнештәрҙе нығытыуға, уларҙың ижади аралашыуына булышлыҡ итә. Конкурста үҙ көсөн һынарға 11 йырсы һәм ике ансамбль сәхнәгә сыҡты.
Бәйгене иң йәш конкурсант Александр Чернышев итальян йыры менән асты. Был конкурста дүртенсе йыл рәттән ҡатнашыу теләген белдереп, әммә йәше етмәү сәбәпле, бығаса “Йәш тауыштар”ҙың һайлап алыу турын үтмәгән ныҡышмал егет Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде. Шуныһы ҡыуаныслы, конкурста уҡыусылар ҙа, йәштәр ҙә ҡатнашты. Шулай уҡ бәйгелә сығыш яһарға тамашасыларҙың һөйөүен яулап өлгөргән йыр оҫталары килһә, ҡайһы бер конкурсанттарҙың сәхнә, йыр-моң донъяһына тәүге аҙымдары ине. Әммә тәүге аҙымдар булһа ла, уңышһыҙ түгел. Мәҫәлән, Арҡауыл ҡыҙҙары Земфира Фәтихова, Зөһрә Әхтәрова һәм Гөлдәр Нафиҡова тәүәккәлләп, “Йондоҙло ҡыҙҙар” ансамблен ойоштороп, моңло тауыштары менән тамашасыларҙы һоҡландырҙы. Рида Садиҡова (Торналы), Лилиә Ҡәнипова (Ҡалмаҡтар), Азалия Миндебаева, Оксана Төхвәтуллина (икеһе лә Лағырҙан) төрлө телдәрҙә матур йырҙар башҡарып, Маҡтау грамотаһына лайыҡ булды. Айсыуаҡ Сабиров (Мәсетле), “Йондоҙлоҡ” ансамбле ҡыҙҙары (Янғантау), Ләйсән Низа­метдинованың (Мөрсәлим) сығышы 3-cө урын менән билдәләнде.
Районда көслө, моңло тауыштары, дәртле йырҙары менән танылған Азамат Нуриев (Арҡауыл), Ранис Хәкимов (Лағыр) конкурста 2-се урын яуланы. Земфира Фәтихова был юлы инглиз телендә йыр башҡарып, таң ҡалдырҙы. Уға беренсе урын бирелде.
Бынан тыш, “Юлдаш” халыҡ вокаль ансамбле етәксеһе Илфат Ямалыев Лилиә Ҡәнипова, Зарина Саҙретдинова, Земфира Фәтихова, Ләйсән Низаметдиноваға бушлай фонограмма яҙҙырыу хоҡуғын биргән сертификат бүләк итте. Конкурсанттарға ауыл биләмәһе башлыҡтары, уҡытыусылары, туғандары ла йылы һүҙҙәрен еткереп, уларға бүләктәр тапшырҙы.
Читайте нас: