Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
24 Апрель 2018, 14:44

“Беҙ – Салауат тоҡомо”

“Беҙ – Салауат тоҡомо” конкурсы быйыл яңы кимәлгә күтәрелде. Бығаса район кимәлендә генә үткәрелгән бәйгелә был юлы төньяҡ-көнсығыш райондары вәкилдәре лә ҡатнашты.

Сара һәр ваҡыт­тағыса үҙ-үҙеңде таныш­тырыуҙан башланды. Егеттәр һәм ҡыҙҙар үҙҙәре һәм ғаиләләре тураһында видео­яҙма күрһәтте. Салауат Юлаевтың шиғырҙарын яттан һөйләү барыһына ла еңел бирелмәне. Әлкә ауылынан Тимур Шөғәйепов һәм Арҡауылдан Дунай Фәтҡуллинға конкурстың был этабында етеүселәр булманы. Ә бына ҡыҙҙар араһында кемделер айырып әйтеүе ҡыйын, сөнки уларҙың һәр береһе шиғырҙарҙы йөрәге аша үткәреп, уны хис-тойғолар менән һуғарып, тамашасыларға еткерҙе. Музыка ҡоралдарында уйнау бәйгеһендә егеттәр – ҡурайға, ә ҡыҙҙар ҡумыҙға өҫтөнлөк бирҙе. Улар араһында бер тында өс көй уйнап ишеттереүселәр ҙә булды. Артабан ҡыҙҙар һәм егеттәр һәләттәрен күрһәтте. Дыуан, Ҡыйғы, Мәсетле райондары вәкилдәре дәртле бейеүҙәре менән тамашасылар һөйөүен яуланы. Улар бер ҡарағанда ябай ғына бейеүҙәргә лә ниндәйҙер үҙенсәлек, осҡон индерә алды. Арҡауыл ауылы һылыуы Земфира Фәтихова моңло тауышы, иҫ киткес матур йыры менән барыһын да әсир итте. Шулай уҡ жюри ағзалары ҡыҙҙарҙың аш-һыуға оҫталыҡтарын һынаһа, егеттәр шәжәрәләре менән таныштырҙы.
“Салауат батыры” исе­ме­н – Әлкә ауы­лынан Тимур Шөғәйепов, ә “Йөҙөк ҡашы Зөләйха” титулын Дыуан районы һылыуы Гөлсөм Нуриева яуланы.
“Башҡорт рухын һаҡлаусы” Булат Вәлиев (Дыуан районы), “Илһөйәрлек рухы” – Ислам Мәхмүтов (Лағыр ауылы), “Камиллыҡҡа ынтылыш” – Элиза Ғирфанова (Яхъя ауылы), “Илһамлыҡ рухы” номинацияһында Зәлиә Исламова (Мәсетле районы) еңеүсе булды. 3-сө урынға Эльнара Мөхәмәтова, Илһам Дәүләтҡолов (икеһе лә – Ҡыйғы районынан), 2-сегә Дунай Фәтҡуллин, Гөлфиә Ханова (Ахун ауылы), 1-се урынға Земфира Фәтихова һәм Иҙел Абдрахманов (Мәсетле районы) лайыҡ булды. Салауат Юлаев ролен Ранис Хәкимов, ә рух ҡошон Радмила Фролова оҫта башҡарҙы.
Читайте нас: