Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
20 Апрель 2018, 11:05

Баянсылар оҫтара

Балаҡатай районы мәҙәниәт һарайында алтынсы тапҡыр В. Декало исемендәге “Көмөш планка” тип исемләнгән баянсыларҙың зона конкурсы үтте. Конкурста төньяҡ-көнсығыш ра­йондарҙан 19 баян­сы ҡатнашты.

Балаҡатай районы мәҙәниәт һарайында алтынсы тапҡыр В. Декало исемендәге “Көмөш планка” тип исемләнгән баянсыларҙың зона конкурсы үтте. Конкурста төньяҡ-көнсығыш ра­йондарҙан 19 баян­сы ҡатнашты.
Жюри рәйесе, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Евгений Супрун билдәләүенсә, конкурс яҡшы профессиональ кимәлдә үтте һәм бәйгеселәрҙең башҡарыу оҫталығы йылдан-йыл арта ғына бара.
Беҙҙең райондан барған баянсылар Илшат Мөхәмәтйәнов менән Илнур Имаев (етәкселәре – Н. Вәлиуллина) урта төркөмдә сығыш яһап, II дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булды. Өлкән төркөмдә II дәрәжә лауреат исеме Радмир Хәлиуллинға (И. Вәлиев) бирелде.
Конкурс программаһынан һуң Өфө сәнғәт училищеһы студенттары сығыш яһаны. Улар баянда виртуоз уйнау техникаһын күрһәтте. Әйтергә кәрәк, студенттар араһында В. Декало исемендәге “Көмөш планка – 2017” баянсылар конкурсында гран-при яулаусы Өфө сәнғәт училищеһының 1-се курс студенты Илнур Абдрахманов та бар ине. Уның киләсәктә районға белгес булып ҡайтырына ҙур өмөт бағлана.
Читайте нас: